Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике район араһындағы юл участкаһы төҙөкләндерелгән

Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, Цапаловка – Яңғыҙҡайын – Алатана юлының 2,7 саҡрымы ремонтланды, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы. Был участка Ғафури менән Стәрлетамаҡ райондары сигендә урынлашҡан. Борон һәм Алатана ауылдары араһындағы өлөштә юлсылар юл ситен төҙәтә, ҡырсынташтан нигеҙ һала, ҡырсынташ һәм ҡом ҡатнашмаһынан япма эшләй. – Был юл Ғафури һәм Стәрлетамаҡ райондарының ауылдары аша үтә. Цапаловка, Яңғыҙҡайын, Петропавловка, Ҡотлоғужа, Игенйылға һәм башҡа ауылдарҙа дөйөм алғанда 2,5 мең самаһы кеше йәшәй. Әлеге юлдан улар Стәрлетамаҡ ҡалаһына бара. Шуға күрә уны рәтләү урындағы халыҡҡа юл йөрөүҙе хәүефһеҙ итеү өсөн мөһим ине, – тип асыҡлай Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Быйылдан алып Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ, фото: БР Транспорт министрлығы.