14–16 ноябрҙә Өфөләге вуз-ара кампустың “Мәктәп 21” майҙансығында бизнес өсөн һанлы продукттар эшләүселәрҙең унынсы юбилей ярыштары – “Кибер 102” Бөтә Рәсәй хакатоны үтә. ИТ-компетенцияларҙы үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы. Сара ӨФһТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының 85 йыллығына бағышлап үткәрелә. Эшҡыуарҙар үҙҙәренә кәрәкле эшләнмәләр буйынса тәҡдимдәрен әйтә ала. Быйылғы хакатондың төп темалары – веб-платформалар, мобиль ҡушымталар, маркетплейстар, видеоуйындар, геймификацияланған ҡушымталар, виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ ҡушымталары, виртуаль симуляторҙар һәм тренажерҙар, ҙур мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә тәғәйенләнгән программалар, чат-боттар, нейроселтәрҙәр, яһалма аҡыл технологияларын ҡулланып интеллектуаль системалар булдырыу, виртуаль турҙар, 3D-моделләштереү һәм башҡа һанлы продукттар эшләү. Бер нисә команда бизнес тәҡдим иткән бурыстарҙы ҡа