Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында "Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ауыл халҡының ҡыуанысының сиге юҡ, заманса һәм барлыҡ уңайлыҡтары булған ФАП тураһында улар күптән хыялланған. Бында персонал өсөн дә, пациенттар өсөн дә кәрәкле ҡорамалдар, шарттар бар. Ҡарлыманбаш һәм күрше Смоленка ауылдары халҡының сәләмәтлеге һағында бында тәжрибәле һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған Гөлсинә Бикбулатова тора. Уның һүҙҙәренсә, барлығы 358 пациент хеҙмәтләндерәсәк. - Пациенттарым хәҙер уңайлы шарттарҙа диспансеризация үтә, вакцинация эшләтә, беренсел медик-санитар ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә, - ти ул. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайтынан