Сибайҙағы сәләмәтлек үҙәгенә заманса медицина ҡорамалы килтерелде. Был ҡорамал сифатлы иҫкәртеү һәм диспансерлаштырыу эшен үткәреүгә булышлыҡ итәсәк. “Оҙаҡ һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, Сибай ҡалаһындағы сәләмәтлек үҙәгенә алмашыу процестары һәм тән составына биоимпеданлы анализатор килтерелде, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Был ҡорамал сифатлы иҫкәртеү һәм диспансерлаштырыу эшен үткәреүгә булышлыҡ итәсәк. “Яңы аппарат үҙ ваҡытында хәүеф факторҙарын асыҡларға һәм урында йәшәүселәрҙең хәлен контролдә тоторға, граждандарға һаулығын нығытырға һәм әүҙем тормош алып барырға булышлыҡ итәсәк”, - тип белдерҙе сәләмәтлек үҙәгенең баш табибы Данис Галин. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы. "Новый аппарат позволит своевременно выявлять