Найти в Дзене

Индустрияның “ҡан тамырҙары” нисек эшләй?

Электр энергияһы етештереүсе тармаҡты халыҡ хужалығының “ҡан тамырҙары” тип атайҙар һәм был аңлашыла ла – бер генә предприятие һәм ойошма ла электр энергияһы менән тәьмин ителмәй тороп эшләй алмай. Башҡортостанда ошо тармаҡтың бөгөнгө торошон нисек баһаларға мөмкин? Һуңғы дүрт йылда республиканың электр селтәре комплексына 35,9 миллиард һум инвестиция йүнәлтелгән, йәғни был осорҙа уның күләме 40 процентҡа артҡан. Хәҙерге осорҙа Башҡортостанда 21 йылылыҡ электр станцияһы, дүрт гидроэлектростанция, бер ел һәм 10 ҡояш электр станциялары эшләй. Республиканың был системаһы етештергән генерация күләме, былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, 28 миллиард киловатт-сәғәт тәшкил итте. Үткән йылда ғына ла Өфө районында 10 киловатлыҡ “Осоргино”, Благовещен районында 110 киловатлыҡ “Юлдаш” подстанциялары, 220 киловатлыҡ “Гвардия” подстанцияһының таратыу ҡоролмаһы төҙөлдө. Быйыл майҙа трансформаторҙарының дөйөм ҡеүәте 50 мегавольт-ампер булған “Инорс” подстанцияһы сафҡа индерелде, ул Өфөнөң Калинин районынд

Электр энергияһы етештереүсе тармаҡты халыҡ хужалығының “ҡан тамырҙары” тип атайҙар һәм был аңлашыла ла – бер генә предприятие һәм ойошма ла электр энергияһы менән тәьмин ителмәй тороп эшләй алмай. Башҡортостанда ошо тармаҡтың бөгөнгө торошон нисек баһаларға мөмкин? Һуңғы дүрт йылда республиканың электр селтәре комплексына 35,9 миллиард һум инвестиция йүнәлтелгән, йәғни был осорҙа уның күләме 40 процентҡа артҡан. Хәҙерге осорҙа Башҡортостанда 21 йылылыҡ электр станцияһы, дүрт гидроэлектростанция, бер ел һәм 10 ҡояш электр станциялары эшләй. Республиканың был системаһы етештергән генерация күләме, былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, 28 миллиард киловатт-сәғәт тәшкил итте. Үткән йылда ғына ла Өфө районында 10 киловатлыҡ “Осоргино”, Благовещен районында 110 киловатлыҡ “Юлдаш” подстанциялары, 220 киловатлыҡ “Гвардия” подстанцияһының таратыу ҡоролмаһы төҙөлдө. Быйыл майҙа трансформаторҙарының дөйөм ҡеүәте 50 мегавольт-ампер булған “Инорс” подстанцияһы сафҡа индерелде, ул Өфөнөң Калинин районында торлаҡ йорттарҙы һәм балалар белеме үҙәген электр менән тәьмин итеүгә тәғәйенләнгән. “Энергетиканы үҫтереү” федераль программаһына ярашлы, Башҡортостанда электр транспорты сараларын тиҙ зарядкалау инфраструктураһын киңәйтеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшелде. Былтыр электр менән зарядкалау буйынса 70 объекттың проекттары хупланды, шуның 38 объекты Өфөгә тура килә. Бының өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан 130 миллион һум бүленде. Бер йыл эсендә төҙөп тапшырылған станциялар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы һәм Урал федераль округтарында беренсе, ә Рәсәйҙә Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урынды биләй. Бөгөн “ИнтерРАО” системаһына ингән “Башҡортостандың генерациялау компанияһы” йылылҡ электр станцияларын яңыртыу буйынса киң масштаблы программаны тормошҡа ашыра. Яңыртыу алты электр станцияһына ҡағыласаҡ, 2028 йылға саҡлы бының өсөн 20 миллиард һум бүлеү ҡаралған. ФЕКЕР Ренат ИШМАЕВ, “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө ҡала электр селтәрҙәре етештереү берекмәһенең электр энергетикаһы ҡорамалдары идаралығы етәксеһе: – Бөгөнгө көнгә “Башкирэнерго” электр энергияһын коммерция иҫәпләп барыуы буйынса юғары вольтлы 426 мобиль пункт урынлаштырҙы. Уларҙың күбеһе Өфө ҡала электр селтәрҙәрендә һәм Үҙәк электр селтәрҙәрендә ҡуйылды. Бындай инновацион ҡоролмалар көсөргәнешлеге 6-10 киловатт булған юғары вольтлы селтәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Улар заманса автоматик саралар менән йыһазландырылған, был иһә иҫәпләүҙең аныҡлығын тәьмин итә һәм хата мәғлүмәтте ныҡ кәметә. Бындай пункттар электр энергияһын ҡулланыу барышындағы үҙгәрештәрҙе тиҙ асыҡлай, электр селтәренә көсөргәнешлек йылдам арта барған шарттарҙа был айырыуса мөһим. Ә иң мөһиме – улар ҙур ҡулланыусыларҙа юғалтыуҙарҙың кәмеүенә йоғонто яһай, шул иҫәптән – етештереү предприятиеларында. Шуға күрә бындай пункттарҙы күберәк ҡуя барасаҡбыҙ, сөнки улар республиканы электр менән тотороҡло һәм хәүефһеҙ тәьмин итеүгә нигеҙ булып тора. Фото: "Башинформ".