Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Октябрь һәм ноябрь айҙары ниндәй булыр?

Башҡортостанды арктика циклоны ҡапланы. Һауа температураһы ҡырҡа түбәнәйҙе, урыны менән ҡар яуа. Республикаға йылы һауа торошо ҡайтамы? Октябрь һәм ноябрь ниндәй буласаҡ? Синоптиктар күҙаллауҙары менән уртаҡлашты. Башгидрометта билдәләүҙәренсә, Көньяҡ Уралға төньяҡ киңлектәрҙән һалҡын һауа килгән. Алдағы көндәрҙә лә һалҡын буласаҡ, төндә -5 градусҡаса ҡырау төшәсәк, таулы һәм көнсығыш райондарҙа епшек ҡар яуасаҡ, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятасаҡ, ваҡытлыса ҡар япмаһы урынлашасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. 1 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ бер аҙ йылыраҡ - +8, +13 градус. Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала аҙна аҙағына тиклем ҡояшлы һәм уртаса йылы һауа торошо һаҡланасаҡ. Ә Гисметео фаразы буйынса, октябрҙең беренсе декадаһы шундай буласаҡ. Айырым көндәрҙә термометр бағанаһы +15 градусҡаса күтәреләсәк. Асылда, быны икенсе әбейҙәр сыуағы тип атарға мөмкин. Фобос үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, октябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостанда һиҙелерлек һыуыта. 13 октябрҙә һауа температураһы көндөҙ 0, төндә -3 градусҡаса түбәнәйә. 14, 15 һәм 16 октябрҙә көндөҙ -7, төндә -13 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Бынан һуң һауа температураһы йәнә “плюслы” буласаҡ. 17 октябрҙән 25-нә тиклем көндөҙ +2-нән +10 градусҡаса һалҡын булыуы фаразлана. Октябрь аҙағында көндөҙ йәнә 0, -5 градусҡа тиклем һыуыта, төндә термометр бағанаһы -13 градусҡа тиклем төшә. Ноябрҙең тәүге яртыһында һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙ һауа температураһы +4-тән -7 градусҡа тиклем тирбәлә. Ҡайһы бер көндәрҙә ямғыр яуыуы һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.