Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәш водитель ҡот осҡос авария ойошторған

Бөгөн Благовещен районында Благовещен – Павловка автомобиль юлында ҡурҡыныс авария булған. Республика буйынса Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, ВАЗ-2114 руле артындағы 19 йәшлек водитель ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыҡҡан һәм һулға боролған “Лада Гранта” автомобиле менән бәрелешкә юл ҡуйған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Лада Гранта" водителе, 49 йәшлек ҡатын алған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк була. Ун дүртенсе модель ВАЗ автомобиле водителе һәм уның ике бәлиғ булмаған пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Миҙгелдәр алмашынған мәл водителдәр өсөн тағы ла хәүефлерәккә әйләнә. Айырыуса һаҡ булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, ҡағиҙәләрҙе аныҡ үтәргә кәңәш итәбеҙ. Фото: ГАИ.