Найти в Дзене

“Иҫән-һау ғына эшлә,Әлфиҙә!”

Тыуған яғына ҡайтып эш башлаған йәш белгестәр араһында, Борай ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Иҫке Таҙлар фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән Әлфиҙә Ғәзизова ла бар. – Мин үҙемде башҡа профессияла күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Әлфиҙә Илмир ҡыҙы. – Был һөнәрҙе ғүмерлеккә һайлап, дөрөҫ эшләгәнмендер тип уйлайым. Минең төп бурысым – медицина ярҙамын ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыу, халыҡҡа медицина мөмкинлектәренән файҙаланыу уңайлы булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа эш башлаған “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары йәштәрҙе ауылға йәлеп итеүҙә бик уңышлы булды. Бығаса буш торған медицина пункттары йәнләнде, белгестәр менән тәьмин ителде. Иҫке Таҙлар ауылы халҡы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йәш белгес килеүенә һөйөнөп бөтә алмай. “Әлфиҙә тураһында бары маҡтау һүҙҙәрен генә әйтке килә, - тип яҙа социаль селтәрҙә ауылдашы Әлфинә Муллағәлиева. – Ауылға килгәс тә беҙҙең һәр беребеҙ менән танышып сыҡты. Тәмле телле, асыҡ ҡарашлы. Бик тә оҡшаттыҡ үҙен. Эшен ҙур теләк менән башҡара, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, күп белә, үҙ өҫтөндә эшләй. Ҡәйнәм ауырып китһә, йәһәт кенә килеп етә, тәүге ярҙамын күрһәтә. “Тартынып тормағыҙ, саҡыртығыҙ”, тип кенә тора. Ауылыбыҙ ныҡ ҡартайҙы, өлкәндәр күп, һәр береһенә тиерлек хәстәрлек, файҙалы кәңәштәр кәрәк. Шуға күрә Иҫке Таҙлар фельдшер-акушерлыҡ пункты ябылып ҡуймаһа ярар ине, тип борсолоп та ҡуябыҙ. Әлфиҙәгә оҙаҡ йылдар беҙҙең ауылда иҫән-һау эшләргә яҙһын!” Тағы бер ауылдашы Флисә Заһирова ла үҙ фекерен өҫтәгән: “ Әлфиҙә Илмир ҡыҙына рәхмәтем ҙур! Ауылда фельдшер булыуы бар кеше өсөн оло ҡыуаныс. Атай-әсәйҙәренән ситтә йәшәгән балалары өсөн дә ҙур шатлыҡ. “Әлфиҙә килеп, хәлемде белде, ҡан баҫымымды үлсәп китте”, тип ҡәнәғәтлек белдереп, һөйөнә өлкәндәр. Иҫән-һау ғына эшлә беҙҙең ауылда, Әлфиҙә! Иҫке Таҙлар халҡы һине бик ярата!” Фото: “Алға” гәзите сайты.