Башҡортостанды арктика циклоны ҡапланы. Төбәктә һыуыныу Көньяҡ Уралға төньяҡ киңлектәрҙән һалҡын һауа килеүе менән бәйле. Йылытыуҙы көтөргәме? Синоптиктар яуап бирҙе. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд аңлатыуынса, алдағы ике көндә Рәсәйҙең күпселек биләмәһендә температураның норманан түбән булыуы фаразлана, төндә ҡырау төшөүе көтөлә. "Фобос" үҙәге мәғлүмәте буйынса, ял көндәрендә Башҡортостанда көҙгө һауа торошо көтөлә. Һауа көндөҙ +5,+10 градусҡа тиклем генә йылына ала. Метеорологтар фаразлауынса, октябрь башы Башҡортостанда бер аҙ йылыныу менән билдәләнә. Мәҫәлән, 1 октябрҙә республикала көндөҙ +12 градус була, ә ямғырҙар туҡтаясаҡ. Артабанғы көндәрҙә һауа +11,+13 тиклем йылынасаҡ. Шул уҡ ваҡытта октябрҙең беренсе декадаһы ҡояшлы буласаҡ. Әммә Башҡортостанда йәйгесә +18,+20 градус булған әбейҙәр сыуағын көтөргә ярамай. Төбәктә ысын көҙ башланды, тип билдәләй синоптиктар. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.