Бауырҙы майҙарҙан таҙартыу өсөн, һеҙгә өй шарттарында еңел һәм тиҙ әҙерләй алырлыҡ көслө тәбиғи һут рецептын тәҡдим итәбеҙ. Ингредиенттары: 1/2 стакан йөҙөм 1 лимон һуты 1 стакан туралған сөгөлдөр 2 стакан һыу. Һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп, ҡайнатығыҙ. Һыу ҡайнағас, сөгөлдөр һәм йөҙөм өҫтәргә. Ҡайнай башлау менән утты һүндерегеҙ, ҡапҡас менән ҡаплағыҙ һәм 45-60 минут төнәргә бирегеҙ. Һыуынған ҡатышманы блендерға һалығыҙ һәм яңы ғына һығылған лимон һутын өҫтәгеҙ. Бер төрлө хәлгә килгәнсе яҡшылап болғатығыҙ. Һеҙҙең тәбиғи супер һөҙөмтәле эсемлегегеҙ әҙер. Уны көнөнә ике тапҡыр 200 мл эсергә кәңәш ителә : бер тапҡыр иртән ас килеш һәм икенсе тапҡыр төшкө аш алдынан. Бындай дауалауҙы 7-10 көн дауам итергә, һуңынан ике аҙнаға тәнәфес яһарға һәм курсты тағы бер тапҡыр ҡабатларға кәңәш ителә. Халыҡ медицинаһы сараһын файҙаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!