Найти в Дзене

Күңелегеҙҙе "билсән" баҫмаһын, тине ҡунаҡ

Бәләбәй районында үткәрелгән халыҡ-ара Аксаков байрамында Сербиянан һәм Болгариянан ҡунаҡтар бар ине. Мәскәүҙәге Болгария мәҙәниәт институты директоры Виктор Бойчев: – Бында, әйтелеүенсә, болғарҙарҙың бәләкәй тыуған яғында, икенсе тапҡырмын. Быға бик шатмын. Ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт! – тине. – Ҡасандыр батша Рәсәйе ун меңдән ашыу болғар ғәскәрен ҡоралландырған, улар Рәсәй императоры ғәскәренә ҡушылған һәм 1887 йылда Болгарияны осман иҙеүенән азат иткәндәр. Рәсәйгә рәхмәт! Аксаковтарға рәхмәт! Был бөйөк заттың иҫтәлеген һаҡлағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт! Һеҙ балаларығыҙҙы Аксаковтар ҡалдырған кешелеклелеккә, изгелеккә ынтылдырып һәм иң мөһиме – изгелеккә ышандырып тәрбиәләйһегеҙ. Бер ҡасан да күңелегеҙҙе һәм балаларығыҙҙың күңелен беҙгә яҡынайып килгән "билсән" баҫмаһын. Рәсәйҙең киләсәге бар! Һәм һеҙгә өмөт итәбеҙ! Светлана Шириня. Автор фотоһы. "Белебеевские известия".