27 сентябрҙә Бәләбәй районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы, йылына ҡеүәте 100 мең тонна тәшкил иткән сүп-сар сортировкалау комплексын төҙөү майҙансығында булды. Хаҡы 227 миллион һум булған проектты "Бәләбәй” йылдам үҫеш биләмәһе резиденты “БелЭко” компанияһы тормошҡа ашыра. Майҙансыҡта технологик ҡорамалды монтажлағандар. Эш барышын яйға һалыу өсөн документтарҙы рәсмиләштереү һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеүгә тарифты алыу эштәре ҡалған. Быйыл октябрҙә, сортировкалау линияларының беренсе сиратын сафҡа индергәндән һуң, яңы комплекс Бәләбәй, Әлшәй, Бишбүләк, Дәүләкән һәм Йәрмәкәй райондарынан ҡаты сүп-сар ҡалдыҡтарын ҡабул итәсәк. Проекттың икенсе этабы 2028 йылға биокомпостлау участкаһын төҙөүҙе күҙаллай. Ҡайтанан эшкәртеү комплексын булдырыу һөҙөмтәһендә 50-нән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ә ҡалдыҡтарҙы сортировкалау системалары төрлө фракцияларҙы икенсел сеймалды әйләнешкә йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Башлығы предприятиеның т