Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәйҙәге 8-се урта белем биреү мәктәбендә булды. 1966 йылда төҙөлгән бинаны “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Бөтә яҡшы нәмәне балаларға” төбәк проектына ярашлы яңыртҡандар. Яңы уҡыу йылында мәктәптә барлығы 887 уҡыусы иҫәпләнә. Уны быйыл сентябрь башында капиталь ремонт эштәренән һуң асҡандар, яңы мебель, принтерҙар, ноутбуктар, тауыш ҡорамалдары һатып алғандар. Мәктәпкә ингән урында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Азат Ғүмәров менән Андрей Сулмаков иҫтәлегенә ике таҡтаташ ҡуйылған. Белем биреү ойошмаһында илһөйәрлек тәрбиәләүгә етди иғтибар бүленә, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәләр. Республика Башлығы спорт, тамашасылар залдарын, уҡыу кабинеттарын, тормош хәүефһеҙлеге бүлмәһен ҡараны. Мәктәп директоры Йорданка Болих белем усағы биләмәһенең үҙгәртелеүе, күп функциялы спорт майҙансығы барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Ул был проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән Башҡортостан