“Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ инем. Шул юлдан китәм, тинем. Әммә атайым: “Балам, мин һине етдиерәк урында күргем килә, бухгалтер һөнәренә уҡырға бар”, – тип тәҡдим итте. Шулай итеп, хыялымдан яҙҙым, икенсе юлдан киттем”, – тип мәктәпте тамамлаған осорон иҫкә ала бөгөн Бөрйән районының Яңы Усман ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Раушания Мәжитова. Ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, уны тыуған районына комсомол секретары итеп ҡуялар. Ойошма тарҡалғас, Бөрйәндең элекке хакимиәт башлығы Ирек Зарипов Раушания Фәйзулла ҡыҙына яңы төҙөлгән “Үрнәк” совхозына бухгалтер булып барырға тәҡдим итә. Үҙе өсөн сит ерҙе – Баймаҡ сигендә ятҡан Яңы Усман ауылын – барып күрермен дә ҡайтырмын тип кенә юлланған йәш белгес шунда ғүмерлеккә төпләнеп ҡала. Үҙе кеүек дәрт-дарманлы Факил Айнулла улына кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтә башлайҙар. – 24 йәшемдә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһенә ағза булып индем, – ти бөгөн Раушания Фәйзулла ҡыҙы. – Тәүге ҡыҙыбыҙ тыуғас, урында балалар баҡсаһы булмау проблемаһының ни