Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы Бәләбәйҙә төҙөкләндереү барышын ҡараны

27 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй районына эш сәфәре ваҡытында Бәләбәйҙәге үҙәк майҙанды төҙөкләндереү барышы менән танышты. Уны “Новаторҙар бульвары” проектына ярашлы заманлаштыралар. Майҙандың концепцияһы былтыр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылғайны. Бәләбәй районы баш архитекторы Айгөл Иванованың хәбәр итеүенсә, был йәмәғәт биләмәһе – ҡалалағы йәйәүлеләр өсөн берҙән-бер зона. Уның майҙаны – 1,5 гектар. Бульварҙы “Автонормаль” заводына нигеҙ һалған Марс Әмиров исеме менән атағандар. Ул рухы менән новатор ине һәм муниципалитет үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән. Проекттың дөйөм хаҡы – 240,8 миллион һум, шул иҫәптән 96,7 миллион һум – конкурста еңеү иҫәбенә алынған грант аҡсаһы. Эштәрҙе ике этапта атҡаралар. Быйыл тротуар плиткәһен һалғандар, велосипедтар өсөн һуҡмаҡтарҙы төҙөкләндергәндәр, фонтанға инженер коммуникацияларын үткәргәндәр, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйғандар. Киләһе йылға тиклем биләмәне заманлаштырып бөтөргә ниәтләйҙәр. Бында балалар өсөн майҙансыҡтар, бәләкәй архитектура формаларын һәм “Автонормаль” заводы тарихын яҡтыртҡан стендарҙы ҡуясаҡтар. Радий Хәбиров йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү барышы, проектты тормошҡа ашырыу параметрҙары менән танышты. - Мин бында эш башланған ваҡытта булғайным. Был биләмә асылған һәм ныҡ матурланған, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе журналистар менән аралашҡанда. – Эш барған урында һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, республикала бындай объекттар байтаҡ. Текст сығанағы, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.