Ҡырмыҫҡалы районының Николаевка ауылында модулле ФАП асылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы төҙөлгән. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы эшләнгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәргә эшләүе уңайлы булһын өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, пациентты ҡарау, процедуралар үткәреү, пациенттар өсөн ҡабул итеүҙе көтөп тороу бүлмәләре, санузел, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмә бар, медикаменттарҙы, таҙалыҡты һаҡлау кәрәк-ярағын тотоу урыны бүленгән. Яңы ФАП-та беренсе медицина-санитар ярҙамын Николаевка, Ульяновка ауылдары халҡы ала ала. Уларҙа йәмғеһе 874 кеше ғүмер итә. Йыл башынан алып Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт, фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/756253/