Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән

Быйыл апрель айында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына һанлы рентген аппараты алынды. Биш ай эсендә унда 1150-нән ашыу тикшереү үткәрелгән. Һанлы рентген аппараты – алдынғы модель, унда һуңғы йылдарҙағы бөтә ҡаҙаныштар берләштерелгән. Файҙаланыуҙа уңайлы, йыйнаҡ, еңел, тиҙәр яңы ҡорамал хаҡында. Аппарат пациентҡа доза көсөргәнешен контролләүсе дозиметр, һанлы панелде һаҡлау өсөн контейнер, фокус араһын үлсәү өсөн рулетка, идара итеү төймәһе менән тәьмин ителгән. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.