“Эшҡыуар әсәй” федераль белем биреү программаһының республика этабы тамамланды. Ул “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сараларына ярашлы үтә. Яңылыҡты республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Быйыл программаның республика этабында ҡатнашыуға 145 ҡатын-ҡыҙ ғариза биргән, шуларҙың 31-е һайлап алыу этабын уңышлы үткән һәм үҙенең бизнес башланғыстарын яҡлауға өлгәшкән. Өфөлә 15–19 сентябрҙә офлайн-интенсив тәртибендә уҡыу үтте. Түбәнге Йәркәй ауылынан эшҡыуар Әлфиә Латипова 150 мең һум күләмендә федераль грант алған. Бынан тыш, программаның генераль партнеры – бизнес өсөн “Минең эш” бухгалтерияһы профессиональ бухгалтерҙарҙан өс бушлай консультация алыуға сертификат тапшырған. Ике ул үҫтергән әсә баҡса еләге үҫтерә һәм алынған аҡсаны яңы теплица һатып алыуға йүнәлтергә ниәтләй. – “Эшҡыуар әсәй” программаһы кеүек белем биреү алымдары үҙ эшен асырға йыйынған ҡатын-ҡыҙға ныҡ ярҙам итә. Уларға яратҡан