Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәге резиденты майҙансығында “Фән йөҙҙәрҙә” күргәҙмәһе асылды. Проект ун йыллыҡ фән һәм технологиялар инициативаһы һәм “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Фәнни-тикшеренеү үҙәгенең идара итеүсе компанияһынан. Экспозицияла 23 ғалимдың портреты, йәғни йәш ғалимдар өсөн Фән һәм инновациялар өлкәһендәге Рәсәй Президенты премияһы, йәш ғалимдар өсөн фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы, йәш ғалимдар өсөн Мәскәү Хөкүмәте премияһы, Сбер һәм “Саҡырыу” фәнни премиялары лауреаттары, шулай уҡ йәш ғалимдар конгресы майҙанында Рәсәй Президенты менән осрашыуҙа ҡатнашыусылар, Рәсәй фәнни фонды конкурстары еңеүселәре урын алған. 2025 йылда Күргәҙмәнең геройҙары – Рәсәйҙең 14 төбәгенән ғалимдар: Арктикалағы климат үҙгәрештәрен, ҡартайыу биологияһын, генетик технологияларҙы, парник газдары сығарыуҙы кәметеү иҡтисадын, шулай уҡ,