Найти в Дзене

Үҙенә Зөһрәнең рәнйеше төшөүен яҡшы аңлай ҙа ул Вәсилә...

Вәсилә улының мыжыуҙарына иғтибар итмәйенсә, сабыр ғына уны ашатыуын дауам итте. Ошолай ҡалаҡлап бирмәһәң булмай шул, 30-ға етеп килгән улы сабый бала менән бер. “Ярай тыныс йоҡо, улым”, - тине лә утты һүндереп бүлмәнән сыҡҡас ҡына күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Бөгөн күңеле бигерәк иләҫ-миләҫ килеп тора шул. Кем уйлаған ҡасандыр һөлөктәй улы ошолай урында ятыр тип. Күп ҡыҙҙарҙың күҙе төшөрлөк, тирә-йүндәгеләрҙе һоҡландырырлыҡ егет ине бит Рәсил. Үҙе сибәр, үҙе шаян, үҙе уңған. Әйткәндәй, киләһе аҙнала улының тыуған көнө етә икән. Их, ғүмер аҡҡан һыуға тиң шул. Хоҙайым, ни өсөн миңә ошондай һынау бирҙең икән, тип йыш ҡабатлай ул. Әммә был һорауҙы биргән һайын, күңеленең түренән генә уға яуапты шунда уҡ таба. Бәлки, эс бошоуы бөтәр тип, бөтнөк үләне, мәтрүшкә ҡушып сәй бешереп, яһап алды ла, уйҙары менән ҡабат 30 йыл элек булған ваҡиғаларға ҡайтты Вәсилә. ...Әлеге сабыр, баҫалҡы, тыныс Вәсиләне йәш сағында бындай итеп күҙ алдына ла килтерерлек түгел ине. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торорлоҡ, сая, шаян ҡыҙҙарҙан булдыул. Атаһы - колхоз рәйесе, әсәһе - ауыл фельдшеры, ғаиләлә бер генә бала, шуға һөйөү-мөхәббәтте буйтым татып, иркәләнеп кенә үҫте ҡыҙ. Өләсәһенең, шул тиклем осондормағыҙ, иркәләмәгеҙ әле ҡыҙымды, тип йыш әйтеүе һаман хәтерҙә. Уҡыуға әллә ни шәплеге булмаһа ла, атаһының тырышлығы үҙенекен итте - урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ауырлыҡһыҙ ғына ҡалалағы уҡыу йорттарының береһенең студенты булып китте. Ошонда танышты ла инде күрше район ҡыҙы Зөһрә менән. Әхирәте Вәсиләнең нәҡ киреһе ине – тыныс, баҫалҡы, сабыр. Шулай булһа ла, уның менән шунда уҡ уртаҡ тел таптылар, бер-береһенән айырылманылар. Ихлас, эскерһеҙ Зөһрә Вәсиләгә уҡыу буйынса ла ныҡ ярҙам итте. Ялдарҙа бер-береһен ҡунаҡҡа алып ҡайтып йөрөнөләр. Үҙҙәренең ауылына алып ҡайтҡанында Зөһрәгә ғашиҡ булыусылар ҙа булманы түгел, айырыуса класташы Рәмил артынан ныҡ йөрөнө. Ауылдың беренсе егете булғас. Зөһрәнең уны кире ҡағыуына ғәрләнә ине үҙе. “Барыбер минеке булсаҡһың”, тип әйтә торған ине гел. Вәсилә егеттәрҙе бирсәткә урынына алыштырһа, Зөһрә уларға бик иҫе китмәне шул - артынан йөрөүселәр күп булһа ла, береһен дә үҙенә яҡын ебәрмәне – үҙенә тиң йәрҙе көттө 3-сө курста уҡығында осратты бит тәки үҙенең мөхәббәтен. Ғашиҡ булмаҫлыҡ түгел ине шул Ғәзиз – оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, бөркөттәй сая ҡарашлы, ә йылмайһа – тирә-йүндә ҡояш балҡығандай була. Зөһрә генә түгел, Вәсилә үҙе лә башын юғалтырҙай булды был егет үҙҙәренең курстарына күскәс. Илгиз менән йөрөй башлағас, үҙемә тиң йәрем ошолор ул, башҡа егеткә хәҙер күҙ һалмаҫмын инде, ти ине, хәҙер уныһы ла онотолдо. Бар уйҙары бары тик Ғәзизгә генә бәйле ине. Нисек тә булһа был егеттең башын әйләндерергә кәрәк, тип план ҡороп йөрөһә, бер көндө Зөһрә бүлмәләренә ҡояштай балҡып килеп инде. “Әхирәт, әйҙә әле кәңәш бир. Ҡайһы күлдәгемде кейәйем икән? Ғәзиз театрға саҡырҙы, билеттары бар”, - тип гөрөлдәй, шатлығы эсенә һыймай үҙенең. Вәсиләнең өҫтөнә һалҡын һыу ҡойғандай булды. Әхирәтенең һөмһөрө ҡойолғанын Зөһрә һиҙмәне лә шикелле, уның күҙҙәре мөхәббәт пәрҙәһе менән ҡапланған ине инде. Шулай итеп Зөһрә менән Ғәзиздең мөхәббәт тарихы башланды. Зөһрә хәҙер атлап түгел, ә осоп йөрөй башланы, Ғәзиз уны ҡулдарында ғына йөрөтөрҙәй ине. Кемдер был матур парға һоҡланды, ләкин Вәсилә көнләшеүенән шартларҙай булды. Әхирәтен нисек кенә яратмаһын, Ғәзизде үҙенең йәре итеү тураһындағы уйҙар уға тынғылыҡ бирмәне. Беренсенән, уны, бары тик уны киләсәктә үҙенең тормош иптәше итеп күрергә теләй ине шул. Икенсенән, үҙенең теләгәненә һәр ваҡыт ирешергә күнеккән Вәсилә быны үҙенә күрә бер уйын итеп ҡабул итте, күрәһең. Яҙын Ғәзизде әрме хеҙмәтенә алдылар. Зөһрә менән көн һайын тиерлек хат алышып, араларын яҡынайттылар. Вәсилә һаман уйынан төңөлмәгән ине әле, ҡасан да булһа Ғәзизде үҙенеке итеү теләге менән янып йәшәне. Әхирәте Зөһрә менән аралары бер аҙ һыуынған ине инде, шулай ҙа 20 йәшлек юбилейын ауылда уҙғарырға ҡарар иткәс, уны ла саҡырҙы, бергәләп ҡайттылар. Тәүҙә дуҫтары менән бергәләп өйҙә ултырҙылар, шунан клубҡа сыҡтылар. Ошо мәлдә тыуҙы ла инде Вәсиләлә мәкерле уй. Уларҙың тиҫтерҙәре күптән спиртлы эсемлектәр тәмләргә яратһа, Зөһрә бынан һәр ваҡыт ситтә булды, танауын ғына сирып ҡуя ине. Шуға ул эскән газлы һыуға әҙерәк “40 градуслы”ны ҡушып ебәрҙе Вәсилә. Быға тиклем эскәне булмағас, Зөһрәгә әҙ генә алкоголь дә етә ҡалды. “Шайтан һыуы” башына китте, дискотекала ҡотороп бейене, рәхәтләнеп күңел асты. Вәсилә иһә хәйләкәрлеген эшкә екмәй буламы һуң? Юбилейына тип ата-әсәһе фотоаппарат бүләк иткән ине. Ҡоралын ҡулына алып, фотограф булып йөрөнө был кистә ҡыҙ. Кадрҙарға Зөһрә менән Рәмилдең бергәләп бейегәндәре лә, егеттең ҡыҙҙы оҙатып барыуы ла, ҡапҡа төбөндәге наҙлы хушлашыуҙар ҙа инде... Икенсе көнөнә Зөһрә уҙған кисте хәтерләп, ғәрлегенән нимә эшләргә лә белмәне. Ләкин иң ҡурҡынысы алда ине әле... Вәсилә мәкерле планын аҙағына тиклем еткерҙе – фотолар хат менән Ғәзиздең адресына юл алды. Күп тә үтмәне, Зөһрә, Ғәзиздән хат килмәй, тип бошона башланы. Үҙе күпме генә яҙмаһын, Ғәзиздән улар бөтөнләйгә туҡталды. Мөмкинлектән файҙаланып, Вәсилә Ғәзизгә хат яҙып ҡараны, уның менән дуҫлашыу өсөн иң яҡшы мәл, тип һананы. Тик яуап уға ла килмәне. Зөһрәне иһә алыштырғандай булдылар. Йөҙөндә нур уйнаған ҡыҙ бөтөнләй һүнде, уҡыу буйынса ла артта ҡалды. Вәсилә нимә эшләргә лә белмәне. Ғәзиз менән дә эштәр бешмәне, етмәһә, әхирәтенә ҡарап йөрәге өҙөлә ине. Был тиклем үк булыр тип уйламаған ине лә бит. Хәҙер үкенә лә һуң, тик терһәкте тешләп булмай шул. Ғәзизде әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып, институттан документтарын алған да Себер яҡтарына сығып киткән, тинеләр. Зөһрә бик ауыр кисерҙе һөйгәне менән аралар өҙөлөүен. Уның үҙенә ҡул һалыуы иһә ул мәлде бар институт өсөн аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды... Вәсилә үҙе лә шаңҡып ҡалды, был хәлдән һуң был институтта уҡырлыҡ, хатта был ҡалала йәшәрлек хәлдә түгел ине. Үҙгәрҙе, шаталаҡ ҡыҙҙан етдигә әүерелде. Йәшлектең бер уйыны тип ҡабул иткән ҡылығының бер түгел, ике яҙмышты селпәрәмә килтереүенә оҙаҡ ваҡыт үҙ-үҙенә урын тапманы. Бер аҙҙан Сәғиткә кейәүгә сыҡты, бер-бер артлы ике балалары тыуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иренең ғүмере ҡыҫҡа булды. Ҡыҙы ҡалала йәшәй, ғаиләһе, эше бар – барыһы ла яҡшы. Тик бына улына әсәһенең гонаһы өсөн түләргә тура килде, күрәһең... Рәсил күрше ауыл ҡыҙы Гөлүзә менән дуҫлашып йөрөй ине. Дуҫтар-туғандар, оҙаҡламай өйләнешерҙәр инде, тип көтөбөрәк йөрөгәндә араларына әллә нимә булды. Юҡтан ғына үпкәләшеп, араларын өҙҙөләр. Гөлүзәнең икенсе егет менән дуҫлаша башлағанын белгән Рәсил муйынын элмәккә тыҡҡан. Күршелә йәшәүсе дуҫы инеп, күреп, төшөргән, әммә мейеһенә зарар килеп өлгөргән була инде. Хәҙер был ваҡиғаға һигеҙ йыл үтеп китте. Зөһрәнең рәнйеше төшөүен яҡшы аңлай Вәсилә. Һәр ваҡыт дуҫ ҡыҙынан ғәфү үтенеп, уның рухына доғалар ҡыла, ейән-ейәнсәрҙәренә тәүфиҡ һорай ҡатын. Өләсәһенең тәүфиҡҡа бәхет эйәрә, тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен һуң аңланы шул... Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.