Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Мин - профессионал" олимпиадаһы башлана

Бөтә Рәсәй “Мин – профессионал” студенттар олимпиадаһының IX миҙгеле башланды. Уны Вуз-ара кампус резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты алтынсы тапҡыр төп ойоштороусы булып сығыш яһай. Үҙ көсөн һынарға бөтә Рәсәйҙән һәләтле уҡыусылар йыйыла. “Мин - профессинал” - “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының төп проекты. Уны тормошҡа ашырырға Рәсәй Фән һәм белем биреү министрлығы ярҙам итә. Олимпиаданың яңы миҙгеле 70 фән буйынса йүнәлеште үҙ эсенә ала: “Авиатөҙөлөш” һәм “Креатив индустриялар”ҙан алып “Педагогик белем” һәм “Программалы инженерия”ға тиклем. Йыл һайын олимпиада яңы йүнәлештәр менән тулылана. Быйыл “Халыҡ-ара мөнәсәбәт”, “Инклюзия психологияһы”, “Йәшел металлургия”, “Һанлы бизнеста аҙыҡ-түлек менеджменты” һәм “Рәсәй Арктикаһы – профессионалдар биләмәһе”. Олимпиада эштәре Рәсәйҙең алдынғы вуздары эксперттары һәм проекттың 700-ҙән ашыу индустриаль партнерҙары менән берлектә төҙөлә. “Математик моделләштереү” йүнәлеше координаторы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Математик һәм компьютер моделдәрен эшләү кафедраһы доценты Татьяна Михайлова һүҙҙәренсә, уҙған миҙгелдә олимпиаданың йомғаҡлау этабы Өфө университетында Волга буйы һәм Урал федераль округтары юғары уҡыу йорттары студенттарын йыйған (Мордовия, Удмуртия һәм Башҡортостан, Силәбе, Свердловск, Нижегородка өлкәләренән һәм Пермь крайынан). ӨФҺТУ менән бер рәттән был йүнәлеш буйынса олимпиада финалы Мәскәү физика-техник институты майҙансығында ла үткән. – Өфө фән һәм технологиялар университетын “Математик моделләштереү” йүнәлешен төп ойоштороусы итеп һайлау тулыһынса үҙен аҡлай, - тип билдәләй Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Анатольевна Мостафина. - Тап университет стеналарында химик-технологик процестарҙы математик моделләштереү буйынса иң көслө ғилми мәктәп барлыҡҡа килгән һәм үҫешә. Университет был йүнәлештең төп ойоштороусыһы булып тора. ”Мин – профессионал” олимпиадаһы еңеүсеһе магистратураға һәм аспирантураға уҡырға ингәндә льгата ала, шулай уҡ уларға эре Рәсәй компанияларында стажировка үтергә һәм карьераларын башларға мөмкинлек тыуа. Медаль алыусыларҙы 100 меңдән 300 меңгә тиклем премия көтә. Ҡатнашыуға заявканы 11 ноябргә тиклем “Мин – профессионал” олимпиадаһы сайтында сайте бирергә мөмкин. Белешмә Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27557/