Өфө районының Алексеевка ҡасабаһында йәшәгән Рәжәп Арыҫланов бөтә аңлы ғүмерен Тыуған илгә, халыҡтың имен тормошона хеҙмәт итеүгә арнаған тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Ауырғазы районының Нуғаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән ир-уҙамандың бала саҡтан хәрби тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы көслө була. 1988 – 1990 йылдарҙа Совет армияһында элиталыларҙан һаналған Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе Рәжәп Миҙхәт улының рухын, ихтыяр көсөн нығыта. Артабан инде ул өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен Рәсәй Эске эштәр министрлығындағы хеҙмәткә арнай. Бында ла яуаплы һәм ниндәйҙер кимәлдә хәүефле, таһыллыҡ та, аҡыл да талап иткән хеҙмәттә – Милицияның айырым йүнәлештәге отрядында (ОМОН) була. Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы лайыҡлы һәм намыҫлы эшмәкәрлеген подполковник дәрәжәһендә тамамлай ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Рәжәп Миҙхәт улы үҙ принциптарына тоғро ҡала һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә ихлас ҡушыла. Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт хәүефһеҙлеге идаралығы начальнигы булып эшләгәнендә йәштәр һәм балалар менән осрашыуҙарҙа йыш ҡатнаша, улар менән патриотик йүнәлештә маҡсатлы эштәр алып бара. 2024 йылдың апрелендә запастағы подполковник Рәжәп Арыҫланов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар итә һәм хәрби контракт төҙөй. Был аҙымын бына нисек аңлата ул: – Балалар һәм йәштәр менән осрашыуҙар барышында Тыуған илде һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында йыш әңгәмә ҡора инем. Һәм һәр ваҡыт, әгәр улар “Ә һеҙ үҙегеҙ МХО-ла булдығыҙмы?” тип һораһа, нимә тип яуап бирермен, уларҙың күҙенә нисек ҡарармын, тип уйлана инем. Ғөмүмән, Ватанды һаҡлау бурысы беҙҙең быуындың аңына ныҡ һалынды. Һәр заманда ла тыуған ере, Тыуған иле ауыр хәлдә ҡалғанда тап ир-егеттәр ҡулына ҡорал алған. Мине лә ошо уйҙар ҡарар ҡабул итергә этәрҙе, – ти Рәжәп Миҙхәт улы. МХО-ла ул махсус тәғәйенләнештәге “Әхмәт” отрядының һөжүм итеүсеһе, анығыраҡ итеп әйткәндә, биш кешенән торған һөжүм төркөмөнөң етәксеһе була. Был яугирҙәрҙең һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта, иң хәүефле шарттарҙа булыуын аңлатып тороу ҙа кәрәкмәйҙер. “Отец” позывнойлы Рәжәп Арыҫланов та хәрби бурысын үтәгән ваҡытта ике тапҡыр – 4 июндә һәм 15 августа ауыр яра ала. – Аллаға шөкөр, аяҡҡа баҫтым. Иң мөһиме – яратҡан ғаиләм, балаларым янына әйләнеп ҡайта алдым, – ти кисәге яугир. Ул МХО-ла күрһәткән батырлыҡтары өсөн Жуков һәм "Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы" миҙалдары менән наградлана. Әйткәндәй, “Отец” тигән матур мәғәнәле позывнойҙы ул юҡҡа һайламаған, Рәжәп Миҙхәт улы – өс ҡыҙ атаһы. Тормош юлдашы Зиләрә Мирзәлиф ҡыҙы менән балаларына матур тәрбиә биргәндәр. Ҡыҙҙары Эльвира, Лилиана һәм Самира яугир атайҙары менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана. Бөгөн Эльвира үҙ ғаиләһен ҡорған, бәпес үҫтерә. Лилиана табип һөнәрен һайлаған, ә бәләкәйҙәре Самира – мәктәп уҡыусыһы. – Минең өсөн ғаилә һәр ваҡыт беренсе урында торҙо, ә һуғышта яҡындарыңдың ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ аңлайһың. Уларҙың изге теләктәре, доғалары көс бирә. Мин МХО-ла саҡта Лилиана ҡыҙым дин юлына баҫҡан, бөгөн ул Өфөләге Ислам университетында уҡып йөрөй. Уларҙың минең өсөн ни тиклем борсолоуҙарын, имен-аман ҡайтыуымды теләп ялбарыуҙарын уйлаһам, бөгөн дә күңел тула. Ошолар барыһы ла мине һаҡлағандыр, тип уйлайым һәм ҡатыным, ҡыҙҙарым янына ҡайтырға насип иткәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә һәр ваҡыт рәхмәт әйтәм, – ти яугир. Бөгөн Рәжәп Миҙхәт улы – Башҡорт дәүләт медицина университетының тактик медицина буйынса уҡыу үҙәгенең методист-инструкторы. Ул студенттарҙы һәм аспираттарҙы хәрби шарттарҙа беренсе ярҙам күрһәтеү, яралы яугирҙәрҙе һуғыш яланынан алып сығыу нескәлектәренә өйрәтә. Әлбиттә, был эшендә ОМОН-дағы һә МХО-лағы тәжрибәһенә таяна. Шулай уҡ ул БР Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы директорының патриотик тәрбиә буйынса урынбаҫары вазифаһын да башҡара. 14 сенттябрҙә үткән һайлауҙа Рәжәп Арыҫланов Өфө районының Ҡамышлы һайлау округы буйынса муниципаль Совет депутаты булып һайланған. Был йәһәттән дә халыҡҡа файҙалы эштәр башҡарырға ниәт итә тынғыһыҙ ир-уҙаман. Кисәге яугир яуҙаштарын, хәрби иптәштәрен дә онотмай – ОМОН ветерандары менән берлектә даими рәүештә гуманитар ярҙам туплап оҙатыуҙы ойошторалар. Үҙенең көнкүреше, ниндәй ярҙам сараларына мохтаж булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынғас, “Аллаға шөкөр, тип йәшәйем, бары менән ҡәнәғәтмен”, - тип яуапланы. Әлбиттә, Арыҫлановтар ғаиләһе МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тәғәйен ярҙам саралары өсөн рәхмәтле булыуын белдерҙе. Мәҫәлән, Алексеевка мәктәбе уҡыусыһы булған Самира ашханала бушлай туҡлана. Транспортта бушлай йөрөү, йәйге лагерҙа ял итеү һәм башҡа ярҙам саралары хаҡында ла хәбәрҙар улар. – Һорамаһаҡ та, Алексеевка ауыл хакимиәте мунсаға тип утын алып килеп ауҙарҙы. Ҙур рәхмәт хәстәрлектәре өсөн, – ти МХО ветераны. Былтыр Рәжәп Миҙхәт улы “Атай ҡаһарманлығы” конкурсының еңеүсеһе булып танылған. Белеүебеҙсә, был республика конкурсы 2020 йылдан алып Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән үткәрелә. Конкурстың маҡсаты – балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлаған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм үҫеп килгән быуынға өлгө булып хеҙмәт иткән атайҙарҙың ҡаҙаныштарын дәртләндереү һәм йәмәғәтселеккә танытыу. Киләсәккә лә хыял-маҡсаттары яҡты һәм изге Рәжәп Миҙхәт улының. Киләһе йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылған “Башҡортостан геройҙары” республика программаһында ҡатнашырға уйлай. Ғөмүмән, бөтә булмышы, эшмәкәрлеге менән Тыуған иленә хеҙмәт итеү, йәш быуынды лайыҡлы тәрбиәләү эшенә үҙ өлөшөн индереү маҡсаты менән янып йәшәй МХО ветераны. Фотолар: Рәжәп Арыҫлановтың шәхси альбомынан.
Өфө районының Алексеевка ҡасабаһында йәшәгән Рәжәп Арыҫланов бөтә аңлы ғүмерен Тыуған илгә, халыҡтың имен тормошона хеҙмәт итеүгә арнаған тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Ауырғазы районының Нуғаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән ир-уҙамандың бала саҡтан хәрби тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы көслө була. 1988 – 1990 йылдарҙа Совет армияһында элиталыларҙан һаналған Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе Рәжәп Миҙхәт улының рухын, ихтыяр көсөн нығыта. Артабан инде ул өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен Рәсәй Эске эштәр министрлығындағы хеҙмәткә арнай. Бында ла яуаплы һәм ниндәйҙер кимәлдә хәүефле, таһыллыҡ та, аҡыл да талап иткән хеҙмәттә – Милицияның айырым йүнәлештәге отрядында (ОМОН) була. Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы лайыҡлы һәм намыҫлы эшмәкәрлеген подполковник дәрәжәһендә тамамлай ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Рәжәп Миҙхәт улы үҙ принциптарына тоғро ҡала һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә ихлас ҡушыла. Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт хәүефһеҙлеге идаралығы начальнигы булып эшләгәнендә