Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк. Хәҙер элекке торлаҡ менән сағыштырғанда яңы төҙөлгән йорттарҙың ҡиммәт булыуы шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул ителә, ә 2020 йылға тиклем хәл башҡаса ине. «Барыһы өсөн дә ипотека» программаһы индерелеү менән яңы фатирҙарҙың хаҡы артып китте, тип билдәләй риэлторҙар. «2020 йылдың уртаһында уҡ яңы төҙөлгән йорттарҙың бер квадрат метры икенсел торлаҡтың «квадраты»нан 3,5 процент, 2021 йылда — 5,1 процент, 2022 йылда — 16,7 процент, 2023 йылда — 12,9 процент, 2024 йылда 18 процентҡа ҡиммәтерәк тип баһаланды. Хәҙер бөтәһе лә торлаҡ комплекстарындағы объекттарҙың даими баҙарҙағыға ҡарағанда күпкә ҡыйбатыраҡ булыуына күнеккән, был ҡасан да булһа үҙгәрер тип уйламайбыҙ», — тип белдерҙеләр «Фатирҙар донъяһы»нда. Ресурс эксперттары 70 ҙур ҡалала хаҡтар айырмаһын иҫәпләп сығарған. Грозный, Махачкала, Курск һәм Ставрополь ҡалаларында ғына әҙер фатирҙар яңыларына ҡарағанда ҡиммәтерәк. Мәскәүҙә төҙөлә башлаған торлаҡтың хаҡы икенсел тор