Башҡортостандың тарихи үткәне йәнә Бөтә Рәсәй тикшеренеүселәренең иғтибар үҙәгенә әүерелде. 2 октярбрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетында уҙған ғилми форум Республика көнөнә арналды. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Әстрхандан, Ҡазандан, Пермдән, Ырымбурҙан, Силәбенән һәм башҡа төбәктәрҙән йөҙҙән ашыу ғалим, юғары уҡыу йорттары һәм колледждар уҡытыусылары, бойондороҡһоҙ тикшеренеүселәр һәм студенттар ҡатнашты. "Башҡортостан Евразия киңлегендә: заманса тикшеренеүҙәр" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә тарих уҡытыусылары менән "Интеграцияланған курс" Тыуған яҡ тарихы (Башҡортостан тарихы): проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары" темаһына симпозиум үтте. Республика Хөкүмәте исеменән ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Илһам Фәтҡуллин сәләмләне. – Быуаттар дауамында олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ үҙҙәренең хәрби батырлыҡтары менән бөйөк илде барлыҡҡа килтерҙе. Барлыҡ яҡшы нәмә Ватан даны өсөн башҡарылған һәм быуаттар буйына халҡыбыҙҙа тәрбиәләнгән юғары әхлаҡи башланғыстарға эйә булған. Үҙ халҡының мәҙәни һәм документаль мираҫына ҡағылышы барлығын аңлау кешегә йәшәү мәғәнәһенә, әхлаҡи координаталар системаһына һәм хәрәкәт өсөн ориентирҙарға эйә булырға, үҙ Ватанының ысын патриоты булырға ярҙам итә, — тип билдәләне ул. Пленар ултырышта биш доклад яңғыраны. Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институтының төп ғилми хеҙмәткәре Виктор Кондрашин Рәсәй тарихы буйынса көнүҙәк эштәрҙе өйрәнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты: – Рәсәй төбәктәрендә, айырыуса Башҡортостан Республикаһында, көслө ғалимдар һәм ғилми мәктәптәр бар, уларҙың кимәле баш ҡала коллегаларының кимәленән бер ни менән дә ҡалышмай, хатта унан да юғарыраҡ. Өфө университеты тарихсыларының хеҙмәттәре федераль кимәлдә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Тарих фәнен үҫтереү өсөн төбәк-ара ғилми хеҙмәттәшлек төҙөү, бәйләнештәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү бик мөһим, – тине ул. Секция ултырыштарында Башҡортостандың археологик ҡомартҡыларында Евразия мәҙәниәттәренең үҙ-ара тәьҫир итешеүе, республиканың Евразия фронтиры булараҡ этномәҙәни төрлөлөгө һәм хәрби-сәйәси тарихы, төбәк етәкселәренең Евразия бәйләнештәрен үҫтереүҙәге роле, Рәсәй Евразия киңлеген тикшеренеүселәренең Башҡортостан тарихын өйрәнеүҙә төп йүнәлештәрҙе формалаштырыуға индергән өлөшө менән бәйле мәсьәләләрҙең киң даирәһе тикшерелде. Конференция һәм симпозиум илдең ғилми һәм педагогик берләшмәһе алдында Башҡортостан Республикаһының һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың үткәнен һәм бөгөнгөһөн өйрәнеү эшендә төбәк-ара хеҙмәттәшлектең киң перспективаларын асты, башҡорт халҡының үткәненә яңы методологик ҡараштарҙы тикшерергә, артабанғы тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәрен билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында ошондай мөһим форум үткәреү уның Евразия масштабындағы интеллектуаль үҙәк булараҡ әһәмиәтле урын тотҡанын күрһәтте. Искәндәр СӘЙЕТБАТТАЛОВ, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары: – Был сараның төп маҡсаты һәм мәғәнәһе – Башҡортостанды айырым республика ғына итеп түгел, ә Евразия контексында, киңлегендә стратегик мөһимлеккә эйә булған урын, төбәк итеп күрһәтеү. Ысынлап та Башҡортостан - Рәсәйҙең Европа менән Азия өлөштәрен, Евразия ҡитғаһының төньяғы менән көньяғын бер-береһенә тоташтырыусы һәм Рәсәй Федерацияһының глобаль көньяҡ, Үҙәк Азия илдәре менән бәйләнешен тәьмин итеүсе бик мөһим төбәк. Башҡортостандың ошо Евразия киңлегендәге ролен аңлау, уны тейешлесә баһалау ғилми йәмәғәтселектән яңы ысулдарҙы барлыҡҡа килтереүҙе, яңы методикаларҙы тормошҡа ашырыуҙы, яңы коллаборациялар, хеҙмәттәшлектәр барлыҡҡа килтереүҙе талап итә. Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: – Әлбиттә, беҙҙең Башҡортостандың тарихы, этнографияһы Евразия киңлегендә ҙур урын биләй, ҙур әһәмиәткә эйә. Ғөмүмән, башҡорттар һәм республикала йәшәгән халыҡтар гел бергә татыу йәшәгән, уртаҡ ҡиммәттәрҙе булдырған. Әлеге ваҡытта эксперттар араһында ошо ҡиммәттәребеҙ тураһында һөйләшергә һәм ниндәйҙер бер төплө фәлсәфәүи фекергә килергә тейешбеҙ. Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы доценты: – Республика көнө алдынан бик матур конференция үтте. Уны беҙҙең кафедра ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, сараға ныҡ әҙерләндек, төрлө төбәктәрҙән ҡунаҡтар саҡырҙыҡ, улар килде. Ә инде килә алмағандары онлайн бәйләнешкә сыҡты. Пленар ултырыш бик матур үтте. Мәскәүҙән, Ырымбурҙан ғалимдар килгән. Ошолай тарихсыларҙың йыйылып тороуы бик ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки яңы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашабыҙ. Мәҫәлән, археологтар бик йөкмәткеле сығыш яһаны. Уларҙың яңы методикалары бар икән – хәҙер йыһандан да, самолеттан да ҡарайҙар, йәғни ҡаҙып тормайынса, яңы методика менән археологик әһәмиәткә эйә объекттарҙы асыҡлап, ҡомартҡыларҙы өйрәнеп була. Үҙем өсөн бик ҡыҙыҡ һәм фәһемле конференция үтте тигән һөҙөмтәгә килдем. Рәмилә МУСИНА фотолары.
Башҡортостандың тарихы, этнографияһы Евразия киңлегендә ҙур урын биләй
3 октября 20253 окт 2025
4 мин
Башҡортостандың тарихи үткәне йәнә Бөтә Рәсәй тикшеренеүселәренең иғтибар үҙәгенә әүерелде. 2 октярбрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетында уҙған ғилми форум Республика көнөнә арналды. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Әстрхандан, Ҡазандан, Пермдән, Ырымбурҙан, Силәбенән һәм башҡа төбәктәрҙән йөҙҙән ашыу ғалим, юғары уҡыу йорттары һәм колледждар уҡытыусылары, бойондороҡһоҙ тикшеренеүселәр һәм студенттар ҡатнашты. "Башҡортостан Евразия киңлегендә: заманса тикшеренеүҙәр" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә тарих уҡытыусылары менән "Интеграцияланған курс" Тыуған яҡ тарихы (Башҡортостан тарихы): проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары" темаһына симпозиум үтте. Республика Хөкүмәте исеменән ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Илһам Фәтҡуллин сәләмләне. – Быуаттар дауамында олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ үҙҙәренең хәрби батырлыҡтары менән бөйөк илде барлыҡҡа килтерҙе. Барлыҡ я