Бөгөн билдәле яҡташыбыҙ, шағирә, драматург, журналист ЛИЛИӘ ҺАҠМАР үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова 1962 йылдың 3 октябрендә Йомаш ауылында тыуған. 1979—1984 йылдарҙа БДУ-ның филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлегендә уҡый. 1984 йылда үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Хәйбулла районының Иҫәнгилде урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1985 йылда ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитеты секретары итеп һайлана. Мәктәп комсомол ойошмалары комсоргы вазифаһын башҡара. 1987—1989 йылдарҙа Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында өлкән китапханасы булып эшләй. 1989 йылда Өфөгә күсә һәм хеҙмәтен журналистика өлкәһендә дауам итә: 1990—1992 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге хәбәрсеһе; 1992—2000 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының әҙәбиәт һәм сәнғәт, хаттар менән эшләү, йәштәр бүлектәренең мөхәррире һәм бүлек мөдире; 2010—2015 йылдарҙа «Тамаша» журналында бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бөгөнгө көндә ирек
Бөгөн билдәле яҡташыбыҙ, шағирә, драматург, журналист ЛИЛИӘ ҺАҠМАР үҙенең тыуған көнөн билдәләй
3 октября 20253 окт 2025
~1 мин