Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Андрей Назаров Тажикстанда Индустриаль паркты ҡараны

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Тажикстанда эш башланы. Сәфәр ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, хеҙмәттәшлектең перспектив йүнәлештәрен тикшереү һәм төрлө өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Сәфәр программаһында Тажикстан Республикаһы вәкилдәре, бизнес-берләшмәләр һәм эшлекле партнерҙар менән осрашыуҙар планлаштырылған. Фекер алышыуҙарҙың төп темалары сауҙа-иҡтисади партнерлыҡты үҫтереү, берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, ике төбәк эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеүҙе үҙ эсенә ала. Иң тәүҙә Дүшәнбе ҡалаһындағы Индустриаль парк төҙөлөшө майҙансығын ҡаранылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың мартында Тажикстан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәттәре Дүшәнбелә дөйөм майҙаны 9,3 гектар булған “Коргохи машинасози” дәүләт унитар предприятиеһы базаһында Индустриаль парк булдырыу тураһында килешеү төҙөнө. РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы был проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Башҡортостан Ре

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Тажикстанда эш башланы. Сәфәр ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, хеҙмәттәшлектең перспектив йүнәлештәрен тикшереү һәм төрлө өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Сәфәр программаһында Тажикстан Республикаһы вәкилдәре, бизнес-берләшмәләр һәм эшлекле партнерҙар менән осрашыуҙар планлаштырылған. Фекер алышыуҙарҙың төп темалары сауҙа-иҡтисади партнерлыҡты үҫтереү, берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, ике төбәк эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеүҙе үҙ эсенә ала. Иң тәүҙә Дүшәнбе ҡалаһындағы Индустриаль парк төҙөлөшө майҙансығын ҡаранылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың мартында Тажикстан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәттәре Дүшәнбелә дөйөм майҙаны 9,3 гектар булған “Коргохи машинасози” дәүләт унитар предприятиеһы базаһында Индустриаль парк булдырыу тураһында килешеү төҙөнө. РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы был проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы” АЙ-һын да йәлеп итте. -Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Тажикстан менән иҡтисади, эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе тергеҙеү һәм көсәйтеү буйынса ҡуйған бурысы бар. Индустриаль паркты тормошҡа ашырыу буйынса берлектәге проект юғары технологиялы, сифатлы продукция булдырыуҙы күҙ уңында тота һәм башланғыс стадияла тора. Беҙҙең визит Тажикстан етәкселеге менән туранан-тура һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн бик мөһим. Беҙ урында барыһын да ҡараныҡ, тормошҡа ашырыу ваҡытын, башҡа техник ҡарарҙарҙы раҫланыҡ. Ҙур индустриаль парк төҙөү хеҙмәттәшлек өсөн офоҡтарҙы киңәйтә һәм республикабыҙ етештереүселәренең халыҡ-ара баҙарға сығыуына өҫтәмә мөмкинлектәр аса, - тип аңлатма бирҙе Премьер-министр майҙансыҡты ҡарағанда. Артабан Андрей Назаров Тажикстан Республикаһының сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән Индустриаль парк биләмәһен ҡараны. Майҙансыҡта майҙаны 23 545 квадрат метрлыҡ өс производство корпусын ике этапта реконструкциялау планлаштырыла. Еңел сәнәғәтте, станоктар эшләүҙе, медицина ҡорамалдары һәм металлургия етештереүҙе үҫтереү төп йүнәлеш буласаҡ. Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы үҙ яғынан комплекслы ҡараш тәҡдим итә: инвесторҙар йәлеп итеү, инфраструктураны үҫтереү, логистика һәм таможняны теркәүгә булышлыҡ итеү. Төбәктә алты яңы производство сафҡа индереүгә әҙер. Премьер-министр Андрей Назаров делегация сәфәре Башҡортостан менән Тажикстан араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен артабан нығытыуға булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ, тигән ышаныс белдерҙе. Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/27615/