ӨФһТУ Стәрлетамаҡ филиалының «Ольга һәм миньондар» командаһы халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. 11 октябрҙә ул Мәскәүҙә «Роботтар алышы» чемпионатының 2-се һайлап алыу этабында Рәсәйҙең башҡа командалары, шулай уҡ Һиндостан һәм Бразилия вәкилдәре менән алышырға йыйына. "Команданың капитаны булараҡ, мин эшебеҙҙең яйлы барыуы өсөн яуаплымын. Беҙ – операторҙар ғына түгел, беҙ – бер бөтөн. Төп маҡсатыбыҙ – дәғүәсенеңстратегияһына яраҡлаша белгән робот яһау. Лайыҡлы дәғүәселәрҙе осратырбыҙ һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алырбыҙ тип көтәм», – ти Ольга Бражникова, «Ольга һәм миньондар» командаһы капитаны. Тимур Чернов, команда ағзаһы, былай ти: «Мин һәр узелдың конструкцияһы һәм ышаныслылығы өсөн яуаплы. Беҙ, стандарт булмаған инженерлыҡ эшләнмәләрен ҡулланып, роботыбыҙҙы маневрлыраҡ иттек. Алыш көсөргәнешле булыр тип уйлайым, һәм әҙерлегебеҙ еңеүгә илтер тип ышанам”. "Был – күләмле халыҡ-ара майҙанда тәүге тәжрибәбеҙ. Беҙ роботыбыҙҙы оҙаҡ әҙерләнек, уны функциональ ғына түгел, ә стандарт булмаған һөжү
Стәрлетамаҡ робот техниктары халыҡ-ара кимәлдә ярыша
26 сентября 202526 сен 2025
1 мин