Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бала күңеленә нур һыҙыусы

Поро кече! Һаумыһығыҙ! Добрый день! Исанмесез! Good morning! Ҡайһы мәктәптә һеҙҙе шундай сәләмләүҙәр менән ҡаршылайҙар? Әлбиттә, бары Мишкә районының 2-се полилингваль мәктәбендә ! Бында уҡытыу дүрт телдә – мари, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә алып барыла. Күп профилле белем биреү учреждениеһы таҙалығы, күркәмлеге, ихатаһындағы сағыу сәскә клумбалары менән күҙҙәрҙе иркәләй. Был уҡыу йортонда һәр кемде йылылыҡ бөркөлөп торған, үҙ эшен яратып башҡарған, профессияһына тоғро кешеләр эшләгән мөхит ҡаршылай. 2023 йылда мәктәптә федераль программа буйынса капиталь ремонт тамамланған. Киләсәктә уның биләмәһендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн 250 урынлыҡ төкәтмә ҡалҡып сығасаҡ. Белем биреү йортонда ҡайһы бер предметтар, мәҫәлән, математика һәм технология– рус һәм инглиз телдәрендә, һынлы сәнғәт – рус һәм мари телдәрендә алып барыла. Уҡытыусылар даими рәүештә профессиональ әҙерлек үтә, квалификацияһын күтәрә. Мәктәп директорының тәрбиә буйынса советнигы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу

Поро кече! Һаумыһығыҙ! Добрый день! Исанмесез! Good morning! Ҡайһы мәктәптә һеҙҙе шундай сәләмләүҙәр менән ҡаршылайҙар? Әлбиттә, бары Мишкә районының 2-се полилингваль мәктәбендә ! Бында уҡытыу дүрт телдә – мари, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә алып барыла. Күп профилле белем биреү учреждениеһы таҙалығы, күркәмлеге, ихатаһындағы сағыу сәскә клумбалары менән күҙҙәрҙе иркәләй. Был уҡыу йортонда һәр кемде йылылыҡ бөркөлөп торған, үҙ эшен яратып башҡарған, профессияһына тоғро кешеләр эшләгән мөхит ҡаршылай. 2023 йылда мәктәптә федераль программа буйынса капиталь ремонт тамамланған. Киләсәктә уның биләмәһендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн 250 урынлыҡ төкәтмә ҡалҡып сығасаҡ. Белем биреү йортонда ҡайһы бер предметтар, мәҫәлән, математика һәм технология– рус һәм инглиз телдәрендә, һынлы сәнғәт – рус һәм мари телдәрендә алып барыла. Уҡытыусылар даими рәүештә профессиональ әҙерлек үтә, квалификацияһын күтәрә. Мәктәп директорының тәрбиә буйынса советнигы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Илдар ҡыҙы Мортазина күпселеген мари балалары тәшкил иткән мәктәптә телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу юлдарын даими эҙләй. Оло Шаҙы ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәренә ҙур хөрмәт менән ҡарай, яҙмышын бары ошо һөнәр менән бәйләргә ҡарар итә. Абруйлы ике юғары уҡыу йортон тамамлай. М.Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетында башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте белгеслеген үҙәләштерә, ә Бөрө дәүләт социаль- педагогия университетында мәктәпкәсә белем биреү педагогы квалификацияһына эйә була. Тап ошо күп яҡлы профессиональ нигеҙ төрлө йәштәге һәм милләттәге балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә ныҡлы терәк булып тора. 2008 йылдан алып, педагогтың эшмәкәрлеге Мишкә районының белем биреү өлкәһе менән тығыҙ бәйле. Уҡыусыларға телдәрҙе һәм мәҙәниәтте өйрәнеүгә һөйөү уятыуҙан тыш, директорҙың тәрбиә буйынса советнигы булараҡ, балаларҙы йәмғиәткә кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индерә, көтөлмәгән асыштары менән коллегаларын хайран итә, ҡыҙ һәм малайҙарҙың уңышлы аҙымдарына ысын күңелдән һөйөнә һәм дәртләндерә белә. Ул, башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, уҡытыуҙағы ҙур тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Район, республика һәм Бөтә Рәсәй сараларында ҡатнашып, сертификаттар, грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән педагогтың тыныс ҡына эшләргә уйы юҡ. 2023 йылда Венера Илдар ҡыҙы хеҙмәттәштәре менән берлектә Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап уҙғарылған “Остаз” республика конкурсында туған телде популярлаштырыуға һәм уҡытыусы профессияһы абруйын күтәреүгә лайыҡлы өлөш индерҙе. Былтыр дөйөм белем биреү ойошмалары араһында “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” конкурсында еңеү яулау уҡытыусының профессионализмынан тыш, уҡыу процесының юғары кимәлдә ойошторолоуы, заманса технологияларҙы ҡуллана, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра белеү оҫталығы тураһында ла һөйләй. Ижади эштең һөҙөмтәһе лә бар: мәктәп заманса мультимедиа комплексы менән бүләкләнде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы ҙур яңылыҡ уҡыу сифатын яҡшыртыу менән бергә дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп үткәрергә мөмкинлек бирә. Заманса белем технологияларын, уйын методикаларын, үҫтереүсе һәм программалы технологияларҙы оҫта файҙаланыу йәнле, ҡыҙыҡһыныу уятыусы дәрестәр үткәрергә ярҙам итә. Уҡытыусының “Кейекбаев уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли коференцияһына ярашлы, “Полимәҙәниәт киңлегендә башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереүҙең инновацион моделдәре” конкурсында призер булыуы тағы бер сағыу ҡаҙанышы. Башҡорт милләтенән булмаған балаларҙы уҡытыу өсөн ул махсус дәртләндереү сараларын эҙләп таба, телгә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ уйын элементтарын индерә. Методик эшләнмәләрҙе кемдәндер көтөп ултырмай, үҙе уйлай, ижад итә. Шулар араһында үҙенсәлекле “Полилингваль лото” һәм “ПолиМодыш” уйындары, башланғыс кластар өсөн күп тапҡыр ҡулланылыусы “Айбулатта ҡунаҡта” эш дәфтәре республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә юғары баһаланған. Педагогтың эш тәжрибәһе белем биреүҙә полилингваль ижади ҡараш менән эшләргә ынтылған күптәр өсөн ҙур табыш һәм өлгө! – Йәшерен-батырын түгел, башҡорт һәм мари телдәрен өйрәнеүҙә етди проблемалар бар, мәҫәлән, уҡыу материалдарының етешмәүе, интерактив һәм мауыҡтырғыс уҡытыу ысулдары, халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы менән ентекле танышыу мөмкинлеге булмауы ҡамасаулай. Был йыш ҡына башҡа этник төркөмдәр традицияларын һәм телдәрен өйрәнеүгә ҡыйынлыҡ һәм хөрмәт менән ҡарамауға килтерә. ”Айбулатта ҡунаҡта” тап ошо етешһеҙлектәрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән проект булды. Материалды яҡшы үҙләштереүгә , ижади уйлауға, һүҙ запасын байытыуға, мәҙәниәт –ара бәйләнештәрҙе нығытыуға булышҡан мәсьәләләр, төрлө башватҡыстар, кроссвордтар, интерактив элементтар индерҙем. Был пособиены дәреслектәргә өҫтәмә материал итеп тә ҡулланып була. Минеңсә, мариҙар йәшәгән райондарҙа башҡорт телен уҡытҡан педагогтарға яҡшы ярҙамсы булыр ине. Мин был проект өҫтөндә эшләүемде артабан да дауам итәсәкмен, уға яңы темалар һәм бурыстар өҫтәләсәк, – ти Венера Мортазина. Шулай ҙа педагогтың иң ҙур шатлығы һәм ғорурлығы –уҡыусыларының ҡаҙаныштары. Бер генә миҫал. 2025 йылда Венера Илдар ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар коллективы Еңеүҙең 80 йыллығына арналған презентациялар һәм видеороликтар конкурсында “Беҙҙең герой, беҙҙең ғорурлыҡ – Ғәзи Заһитов” эше менән беренсе урын яулаған. Бындай ҡаҙаныштар етерлек һәм улар педагогтың белем биреүҙән тыш, балаларҙа илһөйәрлек, яуаплылыҡ һәм бәләкәй Ватандарына һөйөү тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүен дә күрһәтә. Уның үҙенең дә махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса хәрәкәткә әүҙем ҡушылғаны билдәле. – Беҙ коллектив менән бер фекергә килеп, яңы уҡыу йылы алдынан “Махсус хәрби операция яугирҙәренә – еүеш салфеткалар” тигән хәйриә акцияһын иғлан иттек. Беҙгә сәскә гөлләмәләре урынына ошо гигиена әйберҙәрен алыу әһәмиәтлерәк бөгөн. Улар алғы һыҙыҡтағы ауыр шарттарҙа хеҙмәт иткән һалдаттар өсөн бик кәрәк. Ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа саҡырыуҙы аңланы, тупланған гигиена саралары, хаттар гуманитар йөк менән бергә оҙатыласаҡ,– тине Венера Илдар ҡыҙы, кабинет өҫтәлендә өйөлгән пакеттарға күрһәтеп. Педагогтың тағы бер ҙур теләк менән башҡарған шөғөлөн дә әйтеп үтәйек. Райондың 138 яугиренә уның етәкселегендә “Геройҙарға мәңгелек иҫтәлек” тигән китап эшләнгән. Венера Мортазинаның тормош иптәше лә район ирекмәндәренең береһе, махсус хәрби операция зонаһына күп тапҡырҙар барып ҡайтырға, гуманитар йөк илтергә тура килгән. Ирле-ҡатынлы Мортазиндар еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ойошторолған эштәрҙә йөрәк ҡушыуы буйынса ҡатнаша, үҙ өлгөләрендә башҡаларҙы ла эйәртә. Ҡыҙҙары Радмиланың, улдары Самир менән Эмирҙың да ата-әсә һыҙған юлды һайлаясаҡтарына, уларҙың өмөтөн һис шикһеҙ аҡлаясаҡтарына ышанысыбыҙ ҙур. Хеҙмәттәштәре Венера Илдар ҡыҙының ижади шәхес булыуын, һүрәт төшөрөү менән мауығыуын , ирекмәнлектәге әүҙемлеген, гражданлыҡ позицияһын юғары баһалай. Өҫтәүенә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштәрен башҡарыуға, милли традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлауға шәхси өлөш индереүгә һәм профессиональ яҡтан даими үҫешеүгә ынтыла. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә илһамығыҙ кәмемәһен, өр-яңы үрҙәр теләйбеҙ һеҙгә , Венера Илдар ҡыҙы! Динә Арыҫланова Мишкә районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Венера Мортазина “Айбулатта ҡунаҡта” проекты менән таныштырҙы.