Өфө ҡалаһының Совет районы суды "Ирекле медиа" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһына мөнәсәбәтле административ материалды ҡараны. ("Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы", 10.1-се өлөш, 13.15-се статья – "киң мәғлүмәт азатлығы менән енәйәти файҙаланыу"). Башҡортостан Республикаһы судының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылдың ғинуарында "Пруфы/Новости Уфы и Башкирии" телеграм-каналында (ул "Ирекле медиа" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының структур бүлексәһе булып тора) пилотһыҙ осоу аппаратының Өфө заводтарының береһенең биләмәһенә осоуы, шартлау тауышы һәм ошоға бәйле интернет эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт еткергән яҙма баҫылған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иһә был хәбәрҙең дөрөҫ түгеллеген, рәсми белешмәләргә түгел, ә авторҙың шәхси сығанаҡтарына ғына нигеҙләнгәнен дәлилләгән. Белгес-психолог һығымта яһауынса, бындай мәғлүмәт интернеттан файҙаланыусыларға психологик йәһәттән кире йоғонто яһай, маҡсаты – ҡала халҡының хәүефһеҙлегенә бәйле йәмәғәт фекеренә тәьҫир итә, хәлде тотороҡһоҙландыра, кешеләр араһында паника ла тыуҙырыуы ихтимал. Суд ҡарары менән ойошма административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип табылған, уға яза рәүешендә ике миллион һум кимәлендә административ штраф билдәләнгән. Ҡарар әлегә закон көсөнә инмәгән. Фото: "Башинформ".