Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҙнаның бер аҙ ауырыраҡ башланып китеүе ихтимал. Яҡындарығыҙ күберәк ләстит менән булышыр, уларҙың хәбәренән бер ниндәй ҙә фәтүә булмаҫ. Үҙ көсөгөҙгә таянһағыҙ, үҙаллы күберәк булдырырһығыҙ. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Был арала һәләттәрегеҙ тулыһынса асылырға тейеш. Уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалығыҙ, сөнки бындай уңышлы осорҙо тағы бик оҙаҡ көтөргә тура килер. Бик тиҙ арала бәғзеләр һис тә уйламаған дәрәжәгә етер, кемдер бөтөнләй юҡҡа сығыр. Балыҡ (20.02 – 20.03) Көндәр ҡыйыныраҡ килер һымаҡ. Күптәрҙең юҡ-бар өсөн эсе бошор, кәйефе боҙолор. Бындай саҡта үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ. Бер-ике көндән дөйөм хәлегеҙ ыңғайға үҙгәрер, күңелегеҙ урынына ултырыр. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Күңелегеҙ һәр саҡ тыныс буласаҡ. Әллә ни ашыҡмай ғына байтаҡ эште башҡара алырһығыҙ. Тәжрибәле кешеләр һәр саҡтағыса файҙалы кәңәштәрен бирер. Йомала һөйләшеүҙәр күбәйер, тик күбеһе буш һүҙ булып ҡалыр. Буға (21.04 – 21.05) Аҙна башынан уҡ бер ҡайҙа ла ашыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Тиҙ үҙгәреүсән хә
ЙОНДОҘНАМӘ (29 сентябрь – 5 октябрь)
26 сентября 202526 сен 2025
29
2 мин