Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәләүездә Дан бульвары төҙөкләндерелде

Мәләүездә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә Дан бульвары төҙөкләндерелде. Был хаҡта Мәләүез районы хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Бульварҙа яңы яҡтыртҡыстар, перголалар һәм эскәмйәләр барлыҡҡа килә, “Дан бульвары”хәрефенең арт-объекты ҡуйыла. Белгестәр яңы плитка һала һәм бордюрҙар ҡуя, шулай уҡ биләмәне йәшелләндерә. Биләмәлә яугир-интернационалистарға, Чернобыль АЭС-нда аварияны бөтөрөүселәргә, локаль конфликттарҙа ҡатнашыусы яугирҙәргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәйкәлдәр, шулай уҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һәм тыл хеҙмәтсәндәренең хеҙмәтен данлаған билдәле “Универсал-2” тракторы ҡуйылған. Тиҙҙән бында һуғыш балаларына һәйкәл асыласаҡ. "Федераль программаның ҡалаларҙы яҡшыраҡ һәм матурыраҡ итергә ярҙам итеүе бик яҡшы. Һуңғы йылдарҙа халыҡ яңы парктар, скверҙар һәм йәмәғәт биләмәләре һанының артыуын билдәләй һәм был бик ҡыуаныслы. Бында йәш ғаиләләрҙең дә, скейт һәм сам

Мәләүездә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә Дан бульвары төҙөкләндерелде. Был хаҡта Мәләүез районы хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Бульварҙа яңы яҡтыртҡыстар, перголалар һәм эскәмйәләр барлыҡҡа килә, “Дан бульвары”хәрефенең арт-объекты ҡуйыла. Белгестәр яңы плитка һала һәм бордюрҙар ҡуя, шулай уҡ биләмәне йәшелләндерә. Биләмәлә яугир-интернационалистарға, Чернобыль АЭС-нда аварияны бөтөрөүселәргә, локаль конфликттарҙа ҡатнашыусы яугирҙәргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәйкәлдәр, шулай уҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һәм тыл хеҙмәтсәндәренең хеҙмәтен данлаған билдәле “Универсал-2” тракторы ҡуйылған. Тиҙҙән бында һуғыш балаларына һәйкәл асыласаҡ. "Федераль программаның ҡалаларҙы яҡшыраҡ һәм матурыраҡ итергә ярҙам итеүе бик яҡшы. Һуңғы йылдарҙа халыҡ яңы парктар, скверҙар һәм йәмәғәт биләмәләре һанының артыуын билдәләй һәм был бик ҡыуаныслы. Бында йәш ғаиләләрҙең дә, скейт һәм самокат кейгән үҫмерҙәрҙең дә, оло йәштәгеләрҙең дә йөрөүен күреү бик ҡыуаныслы. Тимәк, территория урындағы халыҡтың ысын йәлеп итеү үҙәгенә әйләнә. Был үҙгәрештәр һәр кемгә күренеп тора!",- тип билдәләне Мәләүез районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.