Был ысул, миңә – 60 йәш, стенокардия приступтарынан, 82 йәштәге атайыма инфаркттан һуң хәл индерергә, организмды яйға һалырға ярҙам итте. Ҡан-йөрәк тамырҙарын таҙартыуҙан тыш ул иммунитетты нығыта, киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлай. Уны 3-4 ай самаһы эсергә кәрәк. Мин өс йыл өҫтәлемдән өҙгәнем юҡ, стенокардия приступтары ла юҡҡа сыҡты. Бер стакан мүк еләге (клюкваға), бер стакан шәкәр һалып яҡшылап болғатабыҙ. Уға ит турағыс аша үткәрелгән бер әфлисун (бәләкәй булһа – ике әфлисун) өҫтәйбеҙ. Йәки барыһын бергә яҡшылап блендерҙа болғатырға була. Ошо тәмлекәсте өҙмәй өс-дүрт ай эшләп ашайбыҙ. Ул бик тәмле килеп сыға, ҡунаҡтарға өҫтәлгә лә ултыртам. Тағы бер ысул. Ул инсульт, инфаркттан һуң организмды яйға килтерергә ярҙам итә. Ике лимон, ике әфлисунды ит турағыс аша үткәрегеҙ ҙә, ике аш ҡалағы бал менән болғатығыҙ. Уны быяла һауытта һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ашарға 30 минут алдынан ике сәй ҡалағы ашайбыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ! "Здоровье" журналынан.
Инсульт, инфаркттан һуң организмды яйға килтерергә ярҙам итә
26 сентября26 сен
~1 мин