- Профессиональ бокс кисе республикала был спорт төрөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Беҙгә донъяның биш иленән спортсылар килде. Башҡортостанды Волга буйы федераль округының ғына түгел, ә ошондай ярыштар үткәреү буйынса илдәрҙең дә баш ҡалаһы тип иҫәпләргә була. Беҙҙең төбәктән дүрт боксер был сарала ҡатнаша, уларҙың барыһы ла еңеүсе булыр тип ышанам, - тип һөйләне Андрей Назаров. Профессиональ бокс кисәһе сиктәрендә “IBA. Чемпиондар төнө”ндә бер нисә алышта юғары дәрәжәле спортсылар ҡатнаша. Мәҫәлән, еңел ауырлыҡта WBA Continental титулына көрәш өсөн Артур Собханҡолов менән Тигран Узлян осраша. Үлсәү процедураһы барышында ике көрәшсенең дә ауырлығы 61,1 кг күрһәткән. Билдәләп үтергә кәрәк, бынан алда Артур Собханҡолов апрелдә Өфөлә рингка сығып, судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән Австралиянан Ибраһим Балланы еңде һәм еңел ауырлыҡта ІВА Intercontinental һәм WBA Oceania билбауҙарын яуланы. Был сарала тамашасыны IBA титулы Рәсәй спортсыһы Павел Силягин һәм Венесуэланан
Өфөлә профессиональ бокс ярышы алдынан медиа үлсәү тантанаһы үтте
25 сентября 202525 сен 2025
1 мин