Евразия фәнни-белем биреү үҙәге Вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә “Белемле республика” мәғрифәтселек форумы башланды. Форум лекторийҙары республиканың бөтә муниципалитеттарында эшләй. Сарала уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, МХО яугирҙәре ғаиләләре ағзалары, Башҡортостан йәштәре ҡатнаша. “Белем” йәмғиәтенең Башҡортостандағы филиалы директоры Айһылыу Илембәтова форумды йөҙләгән ҡатнашыусыны берләштергән үҙенсәлекле мәғрифәтселек проекты тип атаны. - Беҙ белемгә ынтылыштың ни тиклем ҙур булыуын күрәбеҙ һәм төбәктә йәшәүсе һәр кем, йәшенә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан, көнүҙәк һәм файҙалы мәғлүмәткә эйә була алһын өсөн тырышабыҙ. Республика Башлығы Хакимиәтенә ярҙам өсөн рәхмәт, - тине Айһылыу Илембәтова. Форумдың программаһы бай: ҡатнашыусыларҙы дәртләндергес сығыштар, фәндә уңышлы карьера төҙөү серҙәре, шулай уҡ банк эше һәм сәйәсәт өлкәһендәге эксперттарҙан эксклюзив инсайттар көтә. “Белем” йәмғиәте лекторҙарынан йәштәргә көнүҙәк булған төп темалар тәҡдим ителә - һанлы технологиялар