Быйылғы 1 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда уртаса пенсия күләме 22 896 һум тәшкил итте. Был үткән йылдың авгусы менән сағыштырғанда 11,6 процентҡа юғарыраҡ. Рәсәй Социаль фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, Волга буйы федераль округында был күрһәткес 22 718 һум тәшкил итә, йәғни беҙҙең республикалағы уртаса пенсия саҡ ҡына юғарыраҡ. Волга буйы федераль округында иң ҙур пенсия Пермь крайында – 23 673 һум, иң аҙы Мари Иле Республикаһында – бында 21 240 һум алалар. Рәсәйҙә августа уртаса пенсия 23 520 һум булды. Ул төбәктәр буйынса ныҡ ҡына айырыла: Дағстанда уртаса 17 478 һум алһалар, Чукотка автономиялы округында пенсионерҙар 38 890 һум ала. Фото: “Башинформ”.