Буранбай ағинәйҙәре тәбиғәткә "Әбейҙәр сыуағына" сыҡты. Электән был байрамда әбейҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөгән, сәй эскән, аят-доға уҡыған. Халҡыбыҙҙың матур йолаларын буранбайҙар онотмай. Йыл һайын сиратлап бер урам әҙерләнеп ҡырға ҡатын -ҡыҙҙарҙы саҡырабыҙ.Бөгөн көҙҙөң сыуаҡ көнөндә "Мөстән ҡабағы" тигән ергә йыйылдыҡ. Был юлы беҙҙең урам ҡатын -ҡыҙҙары әҙерләнде.Самауырҙар ҡуйып, бешеренеп, Мәкәр урамы ағинәйҙәре менән аралашып, ике командаға бүленеп, ярыштар үткәреп,уйындар уйнап, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар биреп ,йомаҡтар сисеп, көләмәстәр һөйләп, аҙағынан ҡороған ағастарҙы, ҡыйҙарҙы йыйып бик күңелле йөрөп ҡайттыҡ. Рәхимә Вәкил ҡыҙының,Гөлнур Ғүмәр ҡыҙының үҙҙәре сығарған шиғырҙары, йырҙары кисәгә йәм өҫтәне.Сарала ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Уразбаевтың ҡатнашыуы мәртәбә булды. Ул ауыл тормошо хаҡында һөйләне, Ололар көнө менән ҡотланы.Гөлнур еңгәй һуғышта йөрөгән һалдаттарҙың именлеген, тыныслыҡ теләп аят бағышланы.Ил-йортобоҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!
Буранбай ағинәйҙәре тәбиғәткә "Әбейҙәр сыуағына" сыҡты
25 сентября 202525 сен 2025
~1 мин