Пациенты һауыҡһын өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән табиптарға халыҡ үҙенән-үҙе ылыға. Көйөргәҙе районы егете, невролог-вертебролог Алмаз Абдуллиндың пациенттары ла республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең дә төрлө төбәктәренән килә. Әле уға 31 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, Өфөләге клиникаларҙың береһендә баш табип вазифаһын да башҡара. “ПроДокторов” тигән сайтта пациенттарҙың отзывтары буйынса былтыр республикабыҙҙың табип-неврологтары араһында икенсе урынды яулаған. Матур итеп башҡортса һөйләшкән, һәр пациенты менән элемтәлә булған был табип менән әңгәмәбеҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡлы булыр. – Алмаз Хәләф улы, медицина юлын һайлауға һеҙҙе нимә этәрҙе? Бала саҡтағы хыялығыҙмы ул? – Көйөргәҙе районынының Яңы Таймаҫ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Беҙҙең ғаиләлә, туғандар араһында табиптар юҡ, шуға кемгәлер ҡарап, ошо һөнәрҙе һайлағанмын, тип әйтә алмайым. Әсәйем – уҡытыусы, атайым – механизатор. Техникаға ҡыҙыҡһыныуым көслө була торғайны. Бәләкәйҙән машина, мотоцикл йөрөтөргә өйрәндем. Атайым күрмәгәндә рулгә лә ултыра торғайным. Үҫә килә йәйге каникулда тракторҙа бесән саптым, бесән йыйҙым. Ата-әсәйем малды күп тотҡас, эш тә ныҡ эләкте. Ҡышын һарайҙа мал ҡараныҡ, йәй етһә, бесән әҙерләнек. Медицинаға килгәндә, бала саҡтан табип булам, тигән хыял булманы. Уның юлы үҙенән-үҙе асылды. Мәктәптә яҡшы уҡыным, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша инем, уҡыуҙы алтын миҙалға тамамланым. Айырыуса математика, рус теле оҡшай ине. Рус теле буйынса республика кимәлендә яулаған уңыштар ҙа булды. Өлкән кластарҙа медицинаға барырға ҡарар иттем. Быға химия-биология уҡытыусым Алиса Тунасованың кәңәше лә йоғонто яһағандыр. Шулай итеп, Өфөгә Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға индем. – Унда уҡыу еңел түгел, етмәһә, оҙаҡ та. "Уны ташлап, башҡа берәй уҡыу йортона барырғам икән?" тигән икеләнеүле уйҙар килмәнеме? – Ысынлап та, икенсе-өсөнсө курстарҙа икеләнеү булды, техник йүнәлештәге берәй һөнәр алырғамы, тигән уй ҙа инде, сөнки медицина буйынса уҡыуы бик оҙаҡ. Класташтар, тиҙ генә һөнәр алып, аҡса эшләй, мин һаман да студент. Шулай ҙа башлаған юлымдан кире боролманым. Уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрҙөм. Массажист һөнәрен алып, өсөнсө курстан үҙемдең массаж кабинетын астым. Был эшем уңышлы килеп сыға ине. Алты йыл дөйөм медицина һәм ике йыл неврология буйынса ординатурала уҡығас ҡына, дипломлы белгес булып киттем. – Ни өсөн неврология юлын һайланығыҙ? – Минең массажға, неврологияға килеүемдең сәбәбе бар. Студент саҡта үҙемдең дә арҡам ауыртты, умыртҡа һөйәгендә бүҫер барлыҡҡа килеүе асыҡланды. Ауылда ауыр күтәреп эшләү ҙә быға йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Үҙем был сир менән туранан-тура осрашҡанға ошо йүнәлеш менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, өйрәнә башланым, китаптар уҡыным. Шулай итеп, әлеге йүнәлеш буйынса эшемде һайланым. Дөйөм неврологияла яҡшы белгес булыуы бик ауыр, бөтә нәмәне белергә кәрәк. Шуға неврологтар төрлө йүнәлештәргә бүленә. Цефалгологтар баш ауыртыуы менән шөғөлләнә, вестибулологтар баш әйләнеүен өйрәнә, эпилептологтар эпилепсия менән сирләүселәрҙе дауалай – былар барыһы ла неврологияға ҡарай. Миңә арҡа һөйәге ауырыуҙары ҡыҙыҡһындырҙы, шуға күрә мин – невролог-ветебролог. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тәүҙә бер нисә йыл 50-се дәүләт поликлиникаһында невролог булып эшләп, бер аҙ тәжрибә тупланым. Шул уҡ ваҡытта массаж буйынса эшемде лә дауам иттем. Хыялымда умыртҡа һөйәген дауалау буйынса эшләгем килә ине. Өфөлә тап ошо йүнәлештә клиника асылғас, Ҡазанда стажировка үтеп, табип-невролог булып эш башланым. Ярты йылдан баш табип вазифаһын тәҡдим иттеләр. Хәҙер ике йыл ошо вазифаны алып барам. – Умыртҡа һөйәге ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итеүселәр күпме? – Улар бик күп һәм пациенттарым төрлө яҡтарҙан. Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына түгел, Магнитогорск ҡалаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм башҡа яҡтарҙан киләләр. Арҡа ауыртыуының сәбәптәре төрлө. Йәштән һаҡларға кәрәк тиһәләр ҙә, үҙебеҙҙән әйтә алабыҙ, бер ҡасан да арҡаны йәлләмәйбеҙ. Йәш саҡтағы ауыр күтәреүҙәрҙең һөҙөмтәһе олоғайғас һиҙҙерә башлай. Ултырып эшләү ҙә беҙгә кире йоғонто яһай, күптәребеҙ аҙ хәрәкәт итә, спорт менән шөғөлләнмәй. Әйтергә кәрәк, спорт менән дә белеп шөғөлләнергә кәрәк. Юҡһа, күптәр арҡа ауыртһа, спорт залға йөрөргә кәрәк, тигән хаталы фекерҙә. Был дөрөҫ түгел. Умыртҡа һөйәге ауырта икән, уға иң беренсе тыныслыҡ бирергә һәм, әлбиттә, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эшегеҙ ултырып эшләүгә ҡоролһа иһә, күберәк атлап йөрөргә тырышығыҙ. Йәш саҡтан арҡаны һаҡларға, көс төшөрмәҫкә кәңәш итәм, сөнки умыртҡа һөйәген дауалауы ауыр, сир көнкүреш сифатын да насарайта. Иң беренсе умыртҡа араһындағы диск зыян күрә, шулай итеп, бүҫер барлыҡҡа килә. МРТ һөҙөмтәһенә ҡарап, операцияһыҙ дауалау мөмкин йәки юҡ, тип әйтә алам. Әгәр ярҙам итә алмайбыҙ икән, нейрохирургка барырға, операция эшләтергә кәңәш итәбеҙ. Беҙҙә физиотерапия ысулдары менән дауалау ҡаралған. Быға лазер, магнит, энә менән дауалау, массаж инә. Күптәр шәбәйеп китә. Бер пациентым бер нисек тә операцияға барғыһы килмәйенсә беҙгә мөрәжәғәт иткәйне, ярты йыл дауаланыуы һөҙөмтәһендә, арҡаһындағы буҫере юҡҡа сыҡты. Әлбиттә, бындай миҫалдарҙы байтаҡ килтерергә мөмкин. – Бөтә күңелегеҙҙе һалып эшегеҙҙе башҡарыуығыҙ һөйләгәндә лә тойола. Медицина юлын һайларға теләгән йәштәргә нимә әйтер инегеҙ? – Иң беренсе кешелекле булырға, кешенең ауыртыуын тоя белергә кәрәк. Мәҫәлән, миңә пациент килә икән, уның бөтә ауыртыуҙарын үҙем аша үткәрәм, уның хәлен аңлайым. Шул ваҡытта табип булып эшләп була. Ҡаты күңелле кешегә был һөнәрҙә эшләүе ауырҙыр. – Ғаиләгеҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине? – Тормош иптәшем дә минең һымаҡ табип-невролог. Ул әлеге көндә декрет ялында. Нәркәс исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Эшем тығыҙ, яуаплы булғас, ғаиләм янында һирәк булырға тура килә. Иртүк сығып китәм, һуң ҡайтам. Мин ир кеше булғас, ғаиләне ҡарарға, аҡса эшләргә тейеш. Быны ҡатыным да аңлап ҡабул итә. “Ни өсөн өйҙә һирәк булаһың?” тип бер ҡасан да битәрләмәй. – Беҙҙең гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәр бар? – Организм һәр ваҡыт сигналдар бирә. Иң мөһиме – ошо сигналдарға битараф ҡалмаҫҡа. Ауыртыу – һаулыҡтың һаҡлау көсөгө, тиҙәр. Тимәк, ниндәйҙер проблема бар. Табипҡа барып, тикшерелеү үтеү мөһим, ләкин күптәребеҙ улай итергә ашыҡмай. Аяҡтан йығылмай тороп, дауаханаға бармағандар ҙа аҙ түгел. Бигерәк тә был ауыл кешеһенә хас. Мал, ҡош-ҡорт, донъя тип үҙенең һаулығын аҙаҡҡы планға ҡуя. Был дөрөҫ түгел. Тәүге осорҙа сирҙе дауалауы ла еңел, ауырыу аҙһа, уны еңеү мөмкин булмауы ихтимал. Шуға үҙегеҙҙең һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Фото: Алмаз Абдуллин архивынан.
Пациенты һауыҡһын өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән табиптарға халыҡ үҙенән-үҙе ылыға. Көйөргәҙе районы егете, невролог-вертебролог Алмаз Абдуллиндың пациенттары ла республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең дә төрлө төбәктәренән килә. Әле уға 31 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, Өфөләге клиникаларҙың береһендә баш табип вазифаһын да башҡара. “ПроДокторов” тигән сайтта пациенттарҙың отзывтары буйынса былтыр республикабыҙҙың табип-неврологтары араһында икенсе урынды яулаған. Матур итеп башҡортса һөйләшкән, һәр пациенты менән элемтәлә булған был табип менән әңгәмәбеҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡлы булыр. – Алмаз Хәләф улы, медицина юлын һайлауға һеҙҙе нимә этәрҙе? Бала саҡтағы хыялығыҙмы ул? – Көйөргәҙе районынының Яңы Таймаҫ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Беҙҙең ғаиләлә, туғандар араһында табиптар юҡ, шуға кемгәлер ҡарап, ошо һөнәрҙе һайлағанмын, тип әйтә алмайым. Әсәйем – уҡытыусы, атайым – механизатор. Техникаға ҡыҙыҡһыныуым көслө була торғайны. Бәләкәйҙән машина, мотоцикл йөрөт