Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башланылар

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башланылар Һүтеү бер ай дауам итәсәк һәм октябрь аҙағына тамамланасаҡ. Артабан реставрация эштәре Өфөләге махсуслаштырылған цехтарға күсереләсәк. Реставраторҙар «Башинформ» ға әлеге ваҡытта ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне. "Һәйкәлде һүтеү тикшереү, документация әҙерләү менән башлана. Һәйкәл өлөшләп, тарихи монтажға кире тәртиптә һүтеләсәк, - тип аңлатты реставраторҙар Варвара һәм Михаил Татарниковтар. - Йәғни башта бөтә аҫылмалы элементтар - ҡылыс, камча һәм башҡалар алына. Артабан һыбайлы фигураһы төшөрөләсәк, һуңынан урта өлөшө тикшереләсәк. Һуңынан һәйкәлдең аҫҡы өлөшө, тарихи фотоларҙағы кеүек үк, тулыһынса төшөрөләсәк".

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен һүтә башланылар

Һүтеү бер ай дауам итәсәк һәм октябрь аҙағына тамамланасаҡ. Артабан реставрация эштәре Өфөләге махсуслаштырылған цехтарға күсереләсәк. Реставраторҙар «Башинформ» ға әлеге ваҡытта ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне.

"Һәйкәлде һүтеү тикшереү, документация әҙерләү менән башлана. Һәйкәл өлөшләп, тарихи монтажға кире тәртиптә һүтеләсәк, - тип аңлатты реставраторҙар Варвара һәм Михаил Татарниковтар. - Йәғни башта бөтә аҫылмалы элементтар - ҡылыс, камча һәм башҡалар алына. Артабан һыбайлы фигураһы төшөрөләсәк, һуңынан урта өлөшө тикшереләсәк. Һуңынан һәйкәлдең аҫҡы өлөшө, тарихи фотоларҙағы кеүек үк, тулыһынса төшөрөләсәк".

-2
-3
-4
-5