Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Герой яҡташыбыҙ етәкселек иткән бригадаға хәрби байраҡ тапшырылған

Яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Руслан Ғарифуллин етәкселек иткән “ҡорос” бригадаға хәрби байраҡ тапшырылған. Уның командиры хәрби ҡомартҡыны РФ Милли гвардияһының Көньяҡ округы ғәскәрҙәре командующийы, генерал-полковник Игорь Турченюк ҡулынан алған. Байраҡты беркетеп ҡуйыу һәм изгеләштереүгә бағышланған тантана үткән. Уларҙа хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәр ҡатнашҡан. Был яңылыҡ менән Салауат Юлаев исемендәге махсус тәғәйенләнешле Башҡорт батальоны телеграм-каналында уртаҡлашты. Бригада 2023 йылда Росгвардияның Көньяҡ округы составында ойошторолған. Ул инде ике йыл буйы илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса яуаплы бурыстар үтәй. Бында артиллерия, танктар һәм башҡа бронетехника ҡулланыла. – Хәрби намыҫ һәм батырлыҡ символы булған байраҡты алыу берләшмәнең йылъяҙмаһында яңы этапты асты, уны киләһе быуындар дауам итер, – тип мөрәжәғәт итте шәхси составҡа округ командующийы. Салауат Юлаев исемендәге махсус тәғәйенләнешле Башҡорт батальоны – ошо данлы бригада составында.

Яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Руслан Ғарифуллин етәкселек иткән “ҡорос” бригадаға хәрби байраҡ тапшырылған. Уның командиры хәрби ҡомартҡыны РФ Милли гвардияһының Көньяҡ округы ғәскәрҙәре командующийы, генерал-полковник Игорь Турченюк ҡулынан алған. Байраҡты беркетеп ҡуйыу һәм изгеләштереүгә бағышланған тантана үткән. Уларҙа хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәр ҡатнашҡан. Был яңылыҡ менән Салауат Юлаев исемендәге махсус тәғәйенләнешле Башҡорт батальоны телеграм-каналында уртаҡлашты. Бригада 2023 йылда Росгвардияның Көньяҡ округы составында ойошторолған. Ул инде ике йыл буйы илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса яуаплы бурыстар үтәй. Бында артиллерия, танктар һәм башҡа бронетехника ҡулланыла. – Хәрби намыҫ һәм батырлыҡ символы булған байраҡты алыу берләшмәнең йылъяҙмаһында яңы этапты асты, уны киләһе быуындар дауам итер, – тип мөрәжәғәт итте шәхси составҡа округ командующийы. Салауат Юлаев исемендәге махсус тәғәйенләнешле Башҡорт батальоны – ошо данлы бригада составында. Күптән түгел уның яугирҙәре хәрби наградаларға лайыҡ булды. Фотолар – Росгвардияның рәсми каналынан.