“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, Октябрьский ҡалаһының Һаулыҡ үҙәгенә яңы медицина ҡорамалы алынды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы. Учреждениеға алмашыу процестарының анализаторы алынды. Уның ярҙамында тәндең составын баһаларға мөмкин. Шулай уҡ үҙәккә смокилайзер килтерелде. Ул тын юлынан сыҡҡан һауала углекислый газдың күләмен, ҡандағы карбоксигемоглабинды билдәләй. Учреждениеға йәнә буйҙы үлсәү ҡорамалы алынған. Ул өлкәндәрҙең һәм бер йәш ярымдан ҙурыраҡ балаларҙың буйын үлсәү өсөн ҡулланыла. - Яңы аппараттар ярҙамында табиптар тиҙерәк һәм теүәлерәк итеп диагноз ҡуя аласаҡ. Пациенттарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, - ти Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы баш табибы Илдар Гәрәев. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәүенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем еткереү күҙаллана. Яңыртылған милл