Найти в Дзене

Тормошобоҙ татлыраҡ булмаҡсы. Ни өсөнмө?

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. “Республикалағы ике шәкәр заводы быйылғы миҙгелдә эшкә башлағандан алып 23 сентябргә саҡлы 32,5 мең тонна аҡ шәкәр етештерҙе, был үткән йылдағы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк”, – тине ул. Вице-премьер билдәләүенсә, быйыл Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары сөгөлдөрҙә ғәҙәттәгенән бер-ике аҙнаға иртәрәк ҡабул итә башланы. Бынан тыш, заводтарҙы яңыртыу буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғандан һуң уларҙың етештереү ҡеүәттәре лә артҡан. Ике предприятие бергә тәүлегенә 11,4 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртә. Бөгөнгә республикала 18,8 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, был бөтә майҙандың 43 процентын тәшкил итә. Уңыш – гектарынан 459,4 центнер. Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.