Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Рәсәйҙә «Тәңкәләр аҙналығы» башланды

Рәсәйҙә «Тәңкәләр аҙналығы» башланды Аҙналыҡ барышында йыйылған тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға мөмкин. Сара акцияға ҡушылған банктарҙа һәм магазиндарҙа 22 сентябрҙән 4 октябргә тиклем үткәрелә. Был хаҡта Рәсәй Банкының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ваҡ аҡсаны банкта клиенттың иҫәбенә күсереп була. Банктарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары проекттың рәсми сайтында урынлаштырылған. Рәсәй Үҙәк банкында асыҡлауҙарынса, акцияла илебеҙҙең 3 мең тораҡ пунктында яҡынса 15 мең сауҙа нөктәһе һәм 4 мең банк бүлексәһе ҡатнаша. Алдағы «Тәңкәләр аҙналығы» 2025 йылдың 7 апреленән 19 апреленә тиклем дауам иткәйне. Рәсәй Банкы мәғлүмәттәре буйынса, ул ваҡытта әйләнешкә 242 миллион һумлыҡ 51 миллиондан ашыу тәңкә ҡайтарылды.

Рәсәйҙә «Тәңкәләр аҙналығы» башланды

Аҙналыҡ барышында йыйылған тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға мөмкин. Сара акцияға ҡушылған банктарҙа һәм магазиндарҙа 22 сентябрҙән 4 октябргә тиклем үткәрелә. Был хаҡта Рәсәй Банкының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ваҡ аҡсаны банкта клиенттың иҫәбенә күсереп була. Банктарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары проекттың рәсми сайтында урынлаштырылған.

Рәсәй Үҙәк банкында асыҡлауҙарынса, акцияла илебеҙҙең 3 мең тораҡ пунктында яҡынса 15 мең сауҙа нөктәһе һәм 4 мең банк бүлексәһе ҡатнаша.

Алдағы «Тәңкәләр аҙналығы» 2025 йылдың 7 апреленән 19 апреленә тиклем дауам иткәйне. Рәсәй Банкы мәғлүмәттәре буйынса, ул ваҡытта әйләнешкә 242 миллион һумлыҡ 51 миллиондан ашыу тәңкә ҡайтарылды.