⚡⚡⚡Хеҙмәткәрҙәр һәм ҡала халҡы араһында зыян күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ: Салауат мэры БПЛА һөжүме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән бүлеште 📣"ГазпромНефтехимСалауат сираттағы һөжүмгә дусар булды. Хеҙмәткәрҙәр һәм ҡала халҡы араһында зыян күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ. Экстрен хеҙмәттәр зыян күләмен баһалай. Янғынды һүндереү буйынса тейешле саралар күрелә. Ҡала халҡына хәүеф янамай. Ҡалала экологик хәүефһеҙлек күрһәткестәре нормаға ярашлы. Хәл-ваҡиға урынында махсус подразделениелар эшләй", - тип яҙа Марат Заһиҙуллин. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәр өсөн хәүеф юҡ. 📣"12-се 30 минутҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса, станцияларҙа һәм күсмә лабораторияла һауала зарарлы матдәләрҙең артыуы күҙәтелмәгән. Хәл контролдә тотола", - тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.
⚡⚡⚡Хеҙмәткәрҙәр һәм ҡала халҡы араһында зыян күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ: Салауат мэры БПЛА һөжүме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән бүлеште
24 сентября 202524 сен 2025
~1 мин