Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Ҡайттыҡ, әбей, ашамағаным мундир картуфтыр шул!”

Был хәл ярайһы уҡ элек, уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында, бер ауылда була. Бер бабайҙың өйөнә ҡыҙ бала килеп инә лә: “Иртәгә кискелеккә атайым менән әсәйем һеҙҙе һуғым ашына саҡыра”, – ти. “Ярай, рәхмәт, ҡыҙым, барырбыҙ”, – тип тороп ҡала бабай. Был ваҡытта әбей өйҙә булмай. Ул тышта эшен бөтөп килеп инеүгә бабай иртәгәлеккә ҡунаҡҡа саҡырыуҙары тураһында хәбәр итә. Әммә “Кем саҡырҙы һуң?” тигән һорауға бабай аныҡ ҡына яуап бирә алмай. “Әлләсе... Бөҙрәрәк сәсле ҡыҙ ине”, – тиеүҙән ары уҙмай. “Бөҙрә сәсле булғас, ана шуның ҡыҙылыр”, – тип һығымта яһай әбей. Икенсе көнө китәләр былар ауылдың икенсе осонда йәшәгән белештәренә. Барһалар, тегеләре балалары менән урындыҡҡа теҙелеп ултырып, мундирлы картуф ашап ултыра, ти. Әлбиттә, был йортҡа саҡырылмауҙарын шунда уҡ аңлайҙар. Табынға саҡырһалар ҙа, ғәфү үтенеп, сығып китәләр. “Э-эй, шуның ҡыҙы бөҙрә сәсле бит!” – тип икенсе кешегә юлланалар. Барып инһәләр, унда ла шул хәл: киске аш, бөтә ғаилә урындыҡта мундирлы картуф ашап ултыра. Сыҡ

Был хәл ярайһы уҡ элек, уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында, бер ауылда була. Бер бабайҙың өйөнә ҡыҙ бала килеп инә лә: “Иртәгә кискелеккә атайым менән әсәйем һеҙҙе һуғым ашына саҡыра”, – ти. “Ярай, рәхмәт, ҡыҙым, барырбыҙ”, – тип тороп ҡала бабай. Был ваҡытта әбей өйҙә булмай. Ул тышта эшен бөтөп килеп инеүгә бабай иртәгәлеккә ҡунаҡҡа саҡырыуҙары тураһында хәбәр итә. Әммә “Кем саҡырҙы һуң?” тигән һорауға бабай аныҡ ҡына яуап бирә алмай. “Әлләсе... Бөҙрәрәк сәсле ҡыҙ ине”, – тиеүҙән ары уҙмай. “Бөҙрә сәсле булғас, ана шуның ҡыҙылыр”, – тип һығымта яһай әбей. Икенсе көнө китәләр былар ауылдың икенсе осонда йәшәгән белештәренә. Барһалар, тегеләре балалары менән урындыҡҡа теҙелеп ултырып, мундирлы картуф ашап ултыра, ти. Әлбиттә, был йортҡа саҡырылмауҙарын шунда уҡ аңлайҙар. Табынға саҡырһалар ҙа, ғәфү үтенеп, сығып китәләр. “Э-эй, шуның ҡыҙы бөҙрә сәсле бит!” – тип икенсе кешегә юлланалар. Барып инһәләр, унда ла шул хәл: киске аш, бөтә ғаилә урындыҡта мундирлы картуф ашап ултыра. Сыҡҡас, бер аҙ йәне көйгән бабай: “Ҡайттыҡ, әбей! Ашамағаным мундир картуфтыр шул!” – тип өйөнә ыңғайлай. Арыу уҡ ер йөрөп, ҡайтып етһәләр, ҡапҡа тышында егеүле аты менән бер таныштары көтөп тора, ти. “Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ ул? Һеҙҙе генә көтәбеҙ бит. Әйҙәгеҙ, хатта ат егеп килеп еттем”, – ти был. Шулай итеп, бөҙрә сәсле ҡыҙҙың кемдеке булыуын, йәғни уларҙы кем һуғым ашына саҡырыуын саҡ белә былар. Әлбиттә, матур итеп ҡунаҡ булып ҡайталар. Әммә бабайҙың “Ашамағаным мундир картуфтыр шул!” тигән һүҙе лаҡап булып ҡала. Автор фотоһы.