Найти в Дзене

Ағасҡа суҡ бәйләп кенә теләк тормошҡа ашамы икән?

Бер төркөмдәшебеҙ мөрәжәғәт итте. “Беҙҙең ауыл янындағы шишмәне матур итеп кәртәләп, төҙөкләндерҙеләр. Шишмә яны таҙарып, күркәмләнеп ҡалды. Һыуы таҙа, шифалы, шуға күрә кеше лә күп йөрөй. Әммә бер нимә борсой: килгән кешеләр шишмә янындағы ағастарға, теләк теләп, суҡ бәйләй. Матур таҫма булһа бер хәл, юҡ инде, нимә етте – шуны бәйләп китәләр. Ҡулъяулыҡ ситен йыртып та эләләр, еүеш салфетка ла, полиэтилен ҡапсыҡ та ҡалмай. Ҡайһыларын ел осороп, ергә төшөрә. Шулай итеп, бер йыл тигәндә төҙөкләндерелгән шишмә буйы ҡотһоҙ бер урынға әйләнеп бара. Һыу алырға барғанда ерҙәге сүп-сарҙы йыйып алып ҡайтырға тырышабыҙ. Әммә суҡ (шулай тип әйтергә яраһа) бәйләүселәр туҡтамай, шул сәбәпле сүп-сар ҙа бөтмәй... Башҡа яҡтарҙа ошондай йола бармы икән ул? Ғөмүмән, Ислам динендә ағасҡа сепрәк-сапраҡ бәйләп, теләк теләргә яраймы? Мәҙинә. Әлшәй районы”. Бына ошондай йөкмәткеле хат алдыҡ. Ғөмүмән, теләк теләп, ағасҡа суҡ бәйләү – мәжүсилек осоронан ҡалған йола. Исламда ундай традиция юҡ. Ағасҡа сепрәк бә

Бер төркөмдәшебеҙ мөрәжәғәт итте. “Беҙҙең ауыл янындағы шишмәне матур итеп кәртәләп, төҙөкләндерҙеләр. Шишмә яны таҙарып, күркәмләнеп ҡалды. Һыуы таҙа, шифалы, шуға күрә кеше лә күп йөрөй. Әммә бер нимә борсой: килгән кешеләр шишмә янындағы ағастарға, теләк теләп, суҡ бәйләй. Матур таҫма булһа бер хәл, юҡ инде, нимә етте – шуны бәйләп китәләр. Ҡулъяулыҡ ситен йыртып та эләләр, еүеш салфетка ла, полиэтилен ҡапсыҡ та ҡалмай. Ҡайһыларын ел осороп, ергә төшөрә. Шулай итеп, бер йыл тигәндә төҙөкләндерелгән шишмә буйы ҡотһоҙ бер урынға әйләнеп бара. Һыу алырға барғанда ерҙәге сүп-сарҙы йыйып алып ҡайтырға тырышабыҙ. Әммә суҡ (шулай тип әйтергә яраһа) бәйләүселәр туҡтамай, шул сәбәпле сүп-сар ҙа бөтмәй... Башҡа яҡтарҙа ошондай йола бармы икән ул? Ғөмүмән, Ислам динендә ағасҡа сепрәк-сапраҡ бәйләп, теләк теләргә яраймы? Мәҙинә. Әлшәй районы”. Бына ошондай йөкмәткеле хат алдыҡ. Ғөмүмән, теләк теләп, ағасҡа суҡ бәйләү – мәжүсилек осоронан ҡалған йола. Исламда ундай традиция юҡ. Ағасҡа сепрәк бәйләп кенә теләктең тормошҡа ашыуына ышаныу – мәғәнәһеҙлек түгелме? Һеҙ нимә әйтерһегеҙ? Мәҙинә апай ебәргән фотолар.