Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәктәп автобусы рулендә иҫерек водитель булған

Бөгөн төнгө сәғәт 3-тә Күгәрсен районының Нуҡай ауылында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осрағы теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары “ГАЗ” мәктәп автобусын туҡтата. Инспекторҙар водитель менән аралашҡанда уның эскәнлеген асыҡлай. Артабан, тикшереү ваҡытында, полиция хеҙмәткәрҙәренең шиге раҫлана – прибор уның организмында 1,170 мг/л алкоголь барлығын күрһәтә. Шунда уҡ уны автобус менән идара итеүҙән ситләтәләр. Водителгә ҡарата иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн административ хоҡуҡ боҙоу тураһында материал төҙөлгән. Автобус салонында пассажирҙар булмаған. Транспорт штраф туҡталҡаһына ҡуйылған. Водитель спиртлы эсемлек ҡулланған килеш автобус менән идара иткәне өсөн яуаплы вазифалы һәм юридик шәхестәргә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.32 статьяһы буйынса административ эштәр ҡуҙғатылған. Фото: @V_Sevastyanov.