Башҡортостандың төп йыр-моң сәхнәһе – “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан юлдаш телеканалының “Әсәй” тапшырыуы геройҙары өсөн тамаша ойошторолдо. Икенсе йыл илде һаҡлар яугирҙәр тәрбиәләгән әсәләр эфирҙа үҙҙәренең илһөйәр улдары тураһында һөйләй, илдең яҙмышы һәм уның именлеге тураһында фекер йөрөтә, үҙ кисерештәре менән уртаҡлаша, ирекмәнлек эше тәжрибәһе хаҡында һөйләй. Канал йөҙгә яҡын тапшырыу төшөргән дә инде. Хәйриә сараһына Хәйбулла, Әбйәлил, Тәтешле, Ғафури, Бишбүләк, Саҡмағош, Иглин, Нуриман, Шишмә райондары, Салауат, Өфө ҡалаларынан ҡунаҡтар килде. Кисәне билдәле йырсылар биҙәне. Был кистә ретро-йырҙар яңы яңғыраш, башҡа төрлө мәғәнә алды. Бөтә әсәләргә лә оло хөрмәт белдереп баш эйәбеҙ. Бөтәһе лә улдарын көтөп алһын, ә беҙ батырҙарҙы һәр ваҡыт иҫтә тоторбоҙ” – сара ваҡытында яңғыраған төп һүҙҙәр ошо булғандыр. Йыр-моң кисе артистар менән сәй табынында аралашыу менән дауам итте. Яугир әсәләре өсөн бындай осрашыуҙар үтә әһәмиәтле. “Хафаларыбыҙ, юғалтыу әсеһе мен