Шуға бәйле һуңғы иҫкәртеү саралары – сиреналар, тауыш биреүсе аппараттар, яҡтылыҡ таблолары, панелдәр һәм халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында хәбәр итеү өсөн кешеләр күпләп булған урындарҙа ҡуйылған башҡа ҡоролмалар эшләйәсәк. Бынан тыш, халыҡ өсөн "Барыһына ла иғтибар!" тигән аудио-, аудиовизуаль һәм текст хәбәр рәүешендәге "Халыҡҡа хәбәр итеү системаһының әҙерлеген тикшереү үткәрелә! Тыныслыҡты һаҡлауҙы һорайбыҙ!" тигән мәғлүмәт еткерелә. Сара Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2023 йылдың 17 майындағы 769-сы ҡарарына ярашлы үткәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының инфографикаһы. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-09-22/v-bashkirii-proydyot-proverka-regionalnoy-sistemy-opovescheniya-naseleniya-4396691
Төбәктә халыҡты иҫкәртеү системаһын тикшереү ойошторола
2 дня назад2 дня назад
~1 мин