Ауылдарҙа йәрминкәләр гөрләй Махсус хәрби операцияға ярҙам йыйыу маҡсатынан ауылдарҙа көҙгө йәрминкәләр ойошторола. Ҡатын-ҡыҙҙар советтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп коллективтары, уҡыусылар, битараф булмаған ауыл халҡы ҡатнашлығындағы йәрминкәләр Нәби, Мәһәҙей, Ырғыҙлы, Кейекбай, Ғәлиәкбәр ауылдарында үтте. Шулай уҡ ауылдарҙа маскировка селтәрҙәре үреү эштәре лә әүҙем бара.