Найти в Дзене

Бер нисә минутта баш ауыртыуың юҡҡа сығыр тинеләр ай һайын өсәр көн яфаланғанда

Ҡан тамырҙары тараялыр - йәш тә бара бит. Әммә туҡтауһыҙ баш ауыртыуыкөндәлек тормошта уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра: эшкә лә бараһы, өйҙә лә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр бөтөрлөк түгел... Күпселек дарыуҙар, өҫтә яҙғанымса, ауыртыуҙы бер аҙ баҫа бирә йә ҡыҫҡа ваҡытҡа еңеллек бирә. Бындай йыш ауыртыныуҙар ваҡытында тәбиғи саралар иң яҡшыһылыр. Бына был рецепты ла шулай тип маҡтанылар: ҡан тамырҙарында ҡан әйләнешен яҡшырта һәм төнәтмәнең 25 тамсыһы баш ауыртыуын бер нисә минут эсендә бөтөрә ала, йәнәһе.Был ябай рецепты яһауы ауыр түгел:Гөлйемеш (боярышник) төнәтмәһе – 100 млБесәй үләне (валерьянка) – 100 млАрыҫлан ҡойроғо (пустырник) – 100 млӘсе бөтнөк (мята) – 50 мл Күрәһегеҙме, ошоғаса мин ҡулланған рецепт килә. Артабан инде тағы өҫтәлә: Эвкалипт – 100 млПион төнәтмәһе – 50 млГвоздика (киҫкеләп 10 дана)Бер аш ҡалағы бал10 грамм имбирь порошогыБарыһын бергә ҡара төҫтәге быяла һауытҡа һалып, 25 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйырға, ваҡыт-ыаҡыт һелкетеп торорға кәрәк. Унан инде көнөнә ике тапҡыр, иртән-кисен

Ҡан тамырҙары тараялыр - йәш тә бара бит. Әммә туҡтауһыҙ баш ауыртыуыкөндәлек тормошта уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра: эшкә лә бараһы, өйҙә лә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр бөтөрлөк түгел... Күпселек дарыуҙар, өҫтә яҙғанымса, ауыртыуҙы бер аҙ баҫа бирә йә ҡыҫҡа ваҡытҡа еңеллек бирә. Бындай йыш ауыртыныуҙар ваҡытында тәбиғи саралар иң яҡшыһылыр. Бына был рецепты ла шулай тип маҡтанылар: ҡан тамырҙарында ҡан әйләнешен яҡшырта һәм төнәтмәнең 25 тамсыһы баш ауыртыуын бер нисә минут эсендә бөтөрә ала, йәнәһе.Был ябай рецепты яһауы ауыр түгел:Гөлйемеш (боярышник) төнәтмәһе – 100 млБесәй үләне (валерьянка) – 100 млАрыҫлан ҡойроғо (пустырник) – 100 млӘсе бөтнөк (мята) – 50 мл Күрәһегеҙме, ошоғаса мин ҡулланған рецепт килә. Артабан инде тағы өҫтәлә: Эвкалипт – 100 млПион төнәтмәһе – 50 млГвоздика (киҫкеләп 10 дана)Бер аш ҡалағы бал10 грамм имбирь порошогыБарыһын бергә ҡара төҫтәге быяла һауытҡа һалып, 25 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйырға, ваҡыт-ыаҡыт һелкетеп торорға кәрәк. Унан инде көнөнә ике тапҡыр, иртән-кисен ашағанға тиклем 30 минут ҡалғас 25 тамсы эсергә. Тынысландыра, көс бирә, ҡаты йоҡлата, стрестарҙан арындыра тиелгән. Стресс тигәндән, нервы ауырыуҙарынан да валерьянка (100 мл), эвкалипт (50 мл), пион (100 мл), пустырник (100), әсе бөтнөк (25 мл) төнәтмәләрен бергә ҡушып ҡараңғы урында ике аҙна тоторға ла артабан көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 15-20 минут алда бер балғалаҡ эсергә кәңәш ителә. Артынса һыу эсеп ҡуйырға. ИҒТИБАР! Ҡаршы күрһәтмәләр ҙә бар: йөклө саҡта һәм бала имеҙгәндә; 12 йәшкә тиклемге балаларға; алкоголизм менән ауырығандарға; рулдәге кешеләргә; ҡатнашманың берәй компонентына аллергия булғанда был төнәтмәләрҙе эсергә ярамай. Табип менән кәңәшләшегеҙ. Автор фотоһы.